Прямая речь

Важнейшее направление нашей совместной деятельности – поддержка специальной военной операции, наших бойцов и членов их семей.

Глава Республики Башкортостан Радий Хабиров.
Подробнее

 

Жалобы на всё
Не убран мусор, яма на дороге, не горит фонарь? Столкнулись с проблемой — сообщите о ней!

 

Яңылыҡтар

26.02.16

Төбәктә капиталь ремонтлау системаһы камиллаштырыла

Башҡортостанда капиталь ремонтлау системаһы камиллаштырыла. Был хаҡта кисә республика Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай йортонда капиталь ремонтты үткәреүҙе ойоштороу буйынса ҡануниәтте яҡшыртыу мәсьәләһенә арналған парламент тыңлауҙарында Башҡортостан Дәүләт Йыйылышының Торлаҡ сәйәсәте һәм инфраструктура үҫеше буйынса комитет рәйесе Елена Родина белдерҙе.

Иғәнә түләүҙе хоҡуҡи көйләүҙең етмәүенә, капиталь ремонтлау буйынса эштәрҙе кредитлау механизмдарының, шулай уҡ торлаҡ милекселәре тураһында мәғлүмәттәр алыу буйынса Росреестр менән үҙ-ара эш итеүҙең булмауына бәйле етешһеҙлектәрҙе бөтөрөргә кәрәк, тип билдәләне депутат. Йортто ҡарау буйынса сығымдарҙы кәметеүсе яңы технологияларҙы файҙаланып, сифатлы капиталь ремонтлау ҙа өҫтөнлөклө мәсьәлә булып тора.

Алдан хәбәр ителгәнсә, 2016 йылда төп новеллалар социаль гарантияларға бәйле. Улар беренсе һәм икенсе төркөм инвалидтарына, шулай уҡ инвалид бала тәрбиәләгән ғаиләләргә, 70 һәм 80 йәштән өлкәнерәк торлаҡ милекселәренә ҡағыла.

/«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ксения Калинина/.
{podcenter}