Прямая речь

Важнейшее направление нашей совместной деятельности – поддержка специальной военной операции, наших бойцов и членов их семей.

Глава Республики Башкортостан Радий Хабиров.
Подробнее

 

Жалобы на всё
Не убран мусор, яма на дороге, не горит фонарь? Столкнулись с проблемой — сообщите о ней!

 

Яңылыҡтар

06.02.16

Рөстәм Хәмитов: Мин ҡалаларҙа комплекслы төҙөлөш яҡлы

Законһыҙ башҡарылған төҙөлөш ҡала киңлеген кире яҡҡа үҙгәртә һәм халыҡтың мәнфәғәттәренә зыян килтерә. Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов журналистар менән аралашҡанда ошо турала белдерҙе.

– Минең аңлауымса, законһыҙ  төҙөлөш ҡаланы йәмһеҙләй, ҡайһы бер кешеләр өсөн генә килем сығанағы булып тора. Был ҡалаға ҙур файҙа килтермәй, – тине республика етәксеһе. – Йәшәү шарттары насарая. Шуға күрә мин комплекслы төҙөлөш яҡлы.

Рөстәм Хәмитов ошо йәһәттән Өфө мэрияһының эшләп еткермәүен билдәләне.

– Йәнә ҡала халҡына уйланылмаған ҡарарҙар көсләп тағыла. Кешеләрҙе тыңларға, уларҙы ишетергә кәрәк. Әгәр ошо төҙөлөшкә ҡаршы меңдәрсә ҡултамға йыйыла икән, халыҡтың фекерен иҫәпкә алып, төҙәтеүҙәр индереү мөһим, – тип һыҙыҡ өҫтөнә алды төбәк Башлығы.

/«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Александр Смирнов/.
{podcenter}