Прямая речь

Важнейшее направление нашей совместной деятельности – поддержка специальной военной операции, наших бойцов и членов их семей.

Глава Республики Башкортостан Радий Хабиров.
Подробнее

 

Жалобы на всё
Не убран мусор, яма на дороге, не горит фонарь? Столкнулись с проблемой — сообщите о ней!

 

Яңылыҡтар

21.01.16

Башҡортостанда Рәсәй киноһы йылының рәсми логотибы раҫланды

Башҡортостанда Рәсәй киноһы йылының рәсми логотибы раҫланды. Был хаҡта Мәҙәниәт министрлығының матбуғат хеҙмәтендә хәбәр иттеләр. Ведомство ултырышында бәйге комиссияһы бер тауыштан рәссам, «Рампа. Башҡортостан мәҙәниәте» журналының баш мөхәррире Игорь Тонконогийҙың эшен иң яҡшыһы тип тапты.

Логотип текст һәм график өлөштәрҙән тора. Логотиптың төп элементы — кинотаҫма. Эмблемаға башҡорт һәм рус телдәрендә «Рәсәй киноһы йылы» тип яҙылған. Республика флагы төҫөндәге өс дүртмөйөш экран һәм кинотаҫманы кәүҙәләндерә. Уртала ҡурай сәскәһе төшөрөлгән, ул логотипҡа милли колорит өҫтәй.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, былтыр рәссам Игорь Тонконогий Башҡортостанда Әҙәбиәт йылы эмблемаһының иң яҡшы проекты конкурсында ла еңеп сыҡҡайны.

/«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/.
{podcenter}