Прямая речь

Важнейшее направление нашей совместной деятельности – поддержка специальной военной операции, наших бойцов и членов их семей.

Глава Республики Башкортостан Радий Хабиров.
Подробнее

 

Жалобы на всё
Не убран мусор, яма на дороге, не горит фонарь? Столкнулись с проблемой — сообщите о ней!

 

Яңылыҡтар

25.12.15

Рөстәм Хәмитов: «2015 йылда республика бөтә йүнәлештәр буйынса үҙен лайыҡлы күрһәтте»

2015 йылда республика яҡшы макроиҡтисади күрһәткестәргә өлгәште. Был хаҡта Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов Рәсәй Дәүләт советы ултырышы йомғаҡтары буйынса журналистар менән аралашыуҙа белдерҙе.

– Йыл йомғаҡтарына килгәндә, социаль тотороҡлоҡ, халыҡтың килеме беҙҙең өсөн иң мөһим күрһәткес булып тора. Беҙ һәйбәт һәм ҡайһы бер йүнәлештәр буйынса лайыҡлы макроиҡтисади күрһәткестәр хаҡында һөйләй алабыҙ, – тине республика етәксеһе. – Әммә микрокүрһәткестәр араһында 2016 йылда хәлдең яҡшырыуын талап иткән позициялар ҙа бар. Был халыҡтың хеҙмәт хаҡын, килемен арттырыуға ҡағыла.

Рөстәм Хәмитов һүҙҙәренсә, был глобаль иҡтисади проблемаларға һәм Рәсәйгә ҡарата санкцияларға бәйле. Республика Башлығы 2016 йылда ошо йүнәлеште үҙгәртеп буласағына ышаныс белдерҙе.

Төбәк етәксеһе «Башнефть» компанияһы акциялары пакетын республикаға тапшырыуҙы, шулай уҡ Башҡортостанда ҙур саралар һәм форумдар, шул иҫәптән ШОС һәм БРИКС саммиттарын үткәреүҙе лә билдәләп үтте.

– Беҙ ошо йүнәлештәге эшмәкәрлегебеҙҙе дауам итәсәкбеҙ. 2016, 2017 һәм унан алдағы йылдарҙа ҙур саралар уҙғарыу ҡаралған. Быларҙың барыһы ла республиканың имиджын, инвестициялар йәлеп итеү өсөн яңы мөмкинлектәр булдыра, – тип билдәләне Рөстәм Хәмитов. – Дөйөм алғанда, быйыл республика сәнәғәт етештереүе, капитал һалыуҙы арттырыу, һалым һалыу базаһын киңәйтеү, яңы предприятиелар асыу буйынса үҙен лайыҡлы күрһәтте.Ҡалаларыбыҙ, ауылдарыбыҙ яҡшы яҡҡа үҙгәрә. Әммә башҡараһы эштәребеҙ байтаҡ.

/«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Александр Смирнов/
{podcenter}