Прямая речь

Важнейшее направление нашей совместной деятельности – поддержка специальной военной операции, наших бойцов и членов их семей.

Глава Республики Башкортостан Радий Хабиров.
Подробнее

 

Жалобы на всё
Не убран мусор, яма на дороге, не горит фонарь? Столкнулись с проблемой — сообщите о ней!

 

Яңылыҡтар

24.10.15

Башҡортостан «Сәнғәт төнө» бөтә Рәсәй акцияһына ҡушыла

3 ноябрҙә Мәҙәниәт министрлығы башланғысы буйынса Рәсәйҙә «Сәнғәт төнө» мәҙәни акцияһы ойошторола. Сара Халыҡтар берҙәмлеге көнө сиктәрендә уҙғарыла. Акцияла Башҡортостандың бөтә мәҙәниәт учреждениелары ҡатнаша.

Республиканың Мәҙәниәт министрлығында хәбәр итеүҙәренсә, быйылғы акцияның слоганы — «Сәнғәт берләштерә». «Сәнғәт төнө»ндә айырыуса әҙәбиәткә һәм киноға иғтибар бүленәсәк. Сөнки Әҙәбиәт йылы тамамланып килә, ә 2016 йыл Рәсәй киноһы йылы тип иғлан ителә. Көндөҙгө сәғәт 3-тән төнгө 11-гә тиклем музейҙар, китапханалар, театрҙар, концерт ойошмалары берҙәм мәҙәни киңлек буласаҡ.

Ғәҙәттәгесә, «Төнгө осрашыуҙар» сараның төп ваҡиғаһына әүереләсәк. Лекциялар һәм фекер алышыуҙар төнгө кино күрһәтеү, әҙәби уҡыуҙар, экскурсиялар, театр интермедиялары, күргәҙмәләр, музыкаль ҡунаҡханалар менән тулыланасаҡ. Республика юғары уҡыу йорттары алдындағы майҙансыҡтарҙа флешмоб ойоштороласаҡ һәм Рәсәй флагы төҫөндәге шарҙар осороу менән тамамланасаҡ. Киске сәғәт 9-ҙа бөтә мәҙәниәт учреждениеларында Рәсәй гимны яңғыраясаҡ.

Тәүге «Сәнғәт төнө» 2013 йылда Мәскәүҙә һәм Санкт-Петербургта уҙғарылды. Былтыр проект беренсе тапҡыр күп кенә төбәктәрҙә, шул иҫәптән Башҡортостанда тормошҡа ашырылды. «Сәнғәт төнө-2015» Бөтә Рәсәй акцияһы сиктәрендә республика музейҙарының саралар планы Мәҙәниәт министрлығының рәсми сайтында баҫылған.

/«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/
{podcenter}