Прямая речь

Важнейшее направление нашей совместной деятельности – поддержка специальной военной операции, наших бойцов и членов их семей.

Глава Республики Башкортостан Радий Хабиров.
Подробнее

 

Жалобы на всё
Не убран мусор, яма на дороге, не горит фонарь? Столкнулись с проблемой — сообщите о ней!

 

Яңылыҡтар

18.09.15

Баш ҡалала республика Дәүләт Йыйылышының көҙгө сессиялағы тәүге пленар ултырышы асылды

Башҡортостандың Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай йортонда республика парламентының көҙгө сессиялағы тәүге пленар ултырышы асылды. Депутаттар 40-ҡа яҡын закон проектын ҡарай. Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге дәүләт инспекцияһы идаралығы начальнигы Динар Ғилметдинов республикалағы юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге тураһында мәғлүмәт менән сығыш яһаны.

Халыҡ һайланыусылары «Башҡортостан Республикаһында дәүләт милкен хосусилаштырыу тураһында», «Халыҡты һәм биләмәләрҙе тәбиғи һәм техноген ғәҙәттән тыш хәлдәрҙән һаҡлау тураһында», «Башҡортостан Республикаһында балаға айлыҡ пособие тураһында»ғы закондарға үҙгәрештәр индереү хаҡында закон проекттары өҫтөндә эшләүҙе тамамларға тейеш.

«Башҡортостан Республикаһында кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил тураһында», «Башҡортостан Республикаһында дәүләт наградалары һәм маҡтаулы исемдәр тураһында», «Янғын хәүефһеҙлеге тураһында», «Башҡортостан Республикаһында ваҡлап һатыу баҙарҙарын ойоштороу тураһында»ғы закондарға үҙгәрештәр индереүҙе күҙ уңында тотҡан закон проекттары закон сығарыусылар иғтибарына тәүгә тәҡдим ителде.

/«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Арина Рәхимҡолова/.

{podcenter}