Прямая речь

Важнейшее направление нашей совместной деятельности – поддержка специальной военной операции, наших бойцов и членов их семей.

Глава Республики Башкортостан Радий Хабиров.
Подробнее

 

Жалобы на всё
Не убран мусор, яма на дороге, не горит фонарь? Столкнулись с проблемой — сообщите о ней!

 

Яңылыҡтар

02.09.15

Башҡортостанда ваҡытынан алда тауыш биреү башланды

2 сентябрҙә Башҡортостанда урындағы үҙидаралыҡ депутаттарын һайлауҙа ваҡытынан алда тауыш биреү башланды. Ул 12 сентябргә тиклем дауам итә.

Төбәктә һайлауҙың рәсми датаһына тиклем тауыш биреү урындағы үҙидаралыҡ органдарына һайлауҙар үткәргәндә генә ҡулланыла. Республика кимәлендәге һайлауҙарҙа тауыш биргәндә һайлаусы теркәүҙән төшөү таныҡлығы менән файҙалана ала. Ваҡытынан алда тауыш биреү өсөн етди сәбәп кәрәк. Мәҫәлән, отпуск, командировка, хеҙмәт һәм уҡыу эшмәкәрлеге режимы, сәләмәтлек торошо һәм башҡалар. Ваҡытынан алда тауыш биреүсе һайлау комиссияһына сәбәбен күрһәтеп ғариза бирә.

13 сентябрҙә Башҡортостандың 53 районында (Белореттан тыш) ауыл биләмәһе Советтарына депутаттар һайлау үткәрелә. Ике ҡала биләмәһе Советтарына — Шишмәлә һәм Приютта һайлау уҙғарыла. Өҫтәмә һайлауҙар ҙа ойошторола: Күмертауҙа һәм Туймазыла Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтайға ике депутат, Өфө ҡала Советына бер депутат, шулай уҡ Әбйәлил, Мишкә, Стәрлетамаҡ район Советтарына һәм Учалы ҡалаһы ҡала биләмәһенә өҫтәмә һайлауҙар була. Бөтәһе 784 һайлау кампанияһы үтәсәк.

/«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Арина Рәхимҡолова/.

{podcenter}