Прямая речь

Важнейшее направление нашей совместной деятельности – поддержка специальной военной операции, наших бойцов и членов их семей.

Глава Республики Башкортостан Радий Хабиров.
Подробнее

 

Жалобы на всё
Не убран мусор, яма на дороге, не горит фонарь? Столкнулись с проблемой — сообщите о ней!

 

Яңылыҡтар

27.08.15

Быйыл Башҡортостанда туғыҙ меңдән ашыу кешегә талпан ҡаҙалған

Быйыл Башҡортостанда туғыҙ меңдән ашыу кешегә талпан ҡаҙалған. «Роспотребнадзор»ҙың республика идаралығынан хәбәр итеүҙәренсә, туғыҙ меңдән ашыу граждан талпан ҡаҙалыу сәбәпле медицина ойошмаһына мөрәжәғәт иткән. Шуларҙың өс меңгә яҡыны — балалар. Сағыштырыу өсөн: былтыр ошо уҡ осорҙа 11 меңдән ашыу кеше теркәлгән.

Лабораторияла тикшерелгән 7,5 меңдән ашыу бөжәктең 431-е энцефалит вирусы менән зарарлы булған, 665-дә боррелиоз сире асыҡланған. Быйыл талпан энцефалиты менән сирләү кимәле 2,7 процентҡа кәмегән.

Йәй аҙағына талпандарҙың әүҙемлеге һүлпәнәйеүгә ҡарамаҫтан, көҙгө һалҡын көндәрҙә лә зарарланған бөжәктең тешләүе ихтимал, тип иҫәпләй белгестәр.

/«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Гөлфиә Акулова/.
{podcenter}