Прямая речь

Важнейшее направление нашей совместной деятельности – поддержка специальной военной операции, наших бойцов и членов их семей.

Глава Республики Башкортостан Радий Хабиров.
Подробнее

 

Жалобы на всё
Не убран мусор, яма на дороге, не горит фонарь? Столкнулись с проблемой — сообщите о ней!

 

Яңылыҡтар

25.09.15

Республика халҡына автомобилдәрҙән бер көнгә баш тартырға тәҡдим ителә

Башҡортостан халҡына автомобилдәрҙән бер көнгә баш тартырға һәм шул рәүешле «Бөтә донъя автомобилһеҙ йөрөү көнөн» билдәләргә тәҡдим ителә. Сара йыл һайын 22 сентябрҙә үткәрелә. Был хаҡта республиканың Транспорт һәм юл хужалығы буйынса дәүләт комитеты хәбәр итә.

Йыл һайын был кампания йәмәғәтселектең иғтибарын автомобилдәрҙең күплеге һәм ҡалаларҙа һауаның бысраныуы проблемаларына йәлеп итеүгә бәйле төрлө темаларға арнала.

Европа мобиллек аҙналығы барышында ҡалаларҙа акциялар, халыҡтан һорау алыу, велопарадтар, конференциялар һәм йәмәғәт, башҡа транспорт төрҙәрен популярлаштырыуға йүнәлтелгән саралар ойошторола.

/«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Розалиә Вәлиева/.
 
{podcenter}