Прямая речь

Важнейшее направление нашей совместной деятельности – поддержка специальной военной операции, наших бойцов и членов их семей.

Глава Республики Башкортостан Радий Хабиров.
Подробнее

 

Жалобы на всё
Не убран мусор, яма на дороге, не горит фонарь? Столкнулись с проблемой — сообщите о ней!

 

Яңылыҡтар

06.08.15

Башҡортостанда йыл башынан эштән бушатылған һәр икенсе кеше эшкә урынлашҡан

Башҡортостанда яҡынса 18 мең хеҙмәткәргә эшенән бушатылыу хәүефе янай. Яҡын арала шуларҙың ете меңе эшһеҙ ҡалыуы ихтимал. Республика Хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, тулы көн эшләмәгән һәм административ ялда булыусылар хәүеф төркөмөнә инә.

Республика Хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы мәғлүмәттәре буйынса, әлеге мәлдә төбәктә эшһеҙҙәр һаны 25 меңдән ашыу тәшкил итә һәм 65 кешегә кәмегән. 29 июлдән 4 авгусҡа тиклем эштән китеүселәрҙең һаны 243 кешегә артҡан — 11329-ҙан 11572 хеҙмәткәргә тиклем. Шуларҙың 5459-ы эшкә урынлашҡан, 3764-е мәшғүллек үҙәктәренә мөрәжәғәт иткән, 729-ы ҡартлыҡ буйынса хаҡлы ялға ебәрелгән.

/«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Артур Басиров/.
 
{podcenter}