Яңылыҡтар
28.07.15
Башҡортостанда ата-әсәләр балаларҙың наркотиктарға бирешеүсәнлеген асыҡлай ала
Башҡортостанда ата-әсәләр балаһының наркотиктар ҡулланыуға бирешеүсәнлеген асыҡлай ала. Бының өсөн уларға «Сәләмәт ғаилә» наркоманияны иҫкәртеү буйынса проект сиктәрендә әҙерләнгән тест үтергә кәрәк.
Проект етәксеһе, психиатр-нарколог Азат Әсәҙуллин һүҙҙәренсә, бындай тикшереүгә биш минут тирәһе талап ителә.
— Әлеге тест фәнни нигеҙләнгән, ә интернетты файҙаланыу теләгән һәр кемгә ғалимдарҙың асышын ҡулланырға мөмкинлек бирә, — тип билдәләне Азат Әсәҙуллин.
Был тесты «Сәләмәт ғаилә» проекты порталында үтергә мөмкин.