Прямая речь

Важнейшее направление нашей совместной деятельности – поддержка специальной военной операции, наших бойцов и членов их семей.

Глава Республики Башкортостан Радий Хабиров.
Подробнее

 

Жалобы на всё
Не убран мусор, яма на дороге, не горит фонарь? Столкнулись с проблемой — сообщите о ней!

 

Яңылыҡтар

20.07.15

Башҡортостанда — яңы иҡтисади үҫеш министры

Сергей Новиков Башҡортостандың иҡтисади үҫеш министры вазифаһына тәғәйенләнде. Республика Башлығы Рөстәм Хәмитов уның тәғәйенләнеүе тураһындағы Указға ҡул ҡуйҙы.

Сергей Новиков икенсе эшкә күсеү сәбәпле вазифаһын ҡалдырған Александр Васильевты алмаштырҙы.

Сергей Владимирович Новиков 1977 йылдың 8 декабрендә Өфөлә тыуған. Өфө дәүләт авиация техник университетын «Финанстар һәм кредит» специальносы буйынса тамамлаған. Иҡтисад фәндәре кандидаты. Хеҙмәт юлын 1997 йылда «Уралавиаспецтехнология» ғилми-етештереү предприятиеһы менеджеры булып башлай. 2010 йылдан 2015 йылға тиклем Башҡортостандың Дәүләт заказдарын урынлаштырыу буйынса дәүләт комитеты рәйесе вазифаһын биләй.

/«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Артур Басиров/

 
{podcenter}