Прямая речь

Важнейшее направление нашей совместной деятельности – поддержка специальной военной операции, наших бойцов и членов их семей.

Глава Республики Башкортостан Радий Хабиров.
Подробнее

 

Жалобы на всё
Не убран мусор, яма на дороге, не горит фонарь? Столкнулись с проблемой — сообщите о ней!

 

Яңылыҡтар

16.07.15

Башҡортостан халыҡты торлаҡ менән тәьмин итеү буйынса Волга буйы федераль округында 12-се урынды биләй

Башҡортостан халыҡты торлаҡ менән тәьмин итеү буйынса Волга буйы федераль округының 14 төбәге араһында 12-се урынды биләй. Дөйөм майҙандан бер кешегә 23,7 квадрат метр тура килә. «Росстат»тың төбәк органы 2014 йылдың һуңына билдәле булған мәғлүмәттәрҙе баҫтырып сығарҙы. Уҙған йылда был күрһәткес 2,6 процентҡа артҡан.

Рейтингта Һарытау өлкәһе (бер кешегә 27,1 квадрат метр), Пенза өлкәһе (26,5) һәм Мордовия тәүге урындарҙы биләй. Исемлек аҙағында — Удмурт Республикаһы (21,2) һәм Пермь крайы (22,1).

Уҙған йылдың аҙағында Башҡортостандың торлаҡ фонды 96,7 миллион квадрат метр тәшкил иткән. 2013 йыл менән сағыштырғанда, ул 2,7 миллион квадрат метрға артҡан. Иҫке һәм авария хәлендәге торлаҡтың майҙаны — 1,15 миллион квадрат метр, йәғни торлаҡ фондының 1,2 проценты. 2014 йылда иҫке һәм авария хәлендәге 64 мең квадрат метр торлаҡ һүтелгән.

/«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Эльвира Латипова/.
 
{podcenter}