Прямая речь

Важнейшее направление нашей совместной деятельности – поддержка специальной военной операции, наших бойцов и членов их семей.

Глава Республики Башкортостан Радий Хабиров.
Подробнее

 

Жалобы на всё
Не убран мусор, яма на дороге, не горит фонарь? Столкнулись с проблемой — сообщите о ней!

 

Яңылыҡтар

09.07.15

Өфөлә БРИКС саммитының төп саралары башлана

Бөгөн Өфөлә саммиттарҙың төп саралары, шул иҫәптән БРИКС-тың профсоюз ойошмалары вәкилдәре һәм Эшлекле совет менән осрашыуҙар ҡаралған. ТАСС мәғлүмәттәре буйынса, саммиттың программаһы аҙ һәм күп кеше ҡатнашлығындағы ике сессияны күҙ уңында тота. Тәүгеһендә дәүләт башлыҡтары мөһим донъяуи мәсьәләләр, шул иҫәптән Украиналағы, Грециялағы хәлдәр һәм «Ислам дәүләте» террористик төркөмөнә ҡаршы көрәш буйынса фекер алышырға ниәтләй.

Һөйләшеүҙәр барышында биш илдең лидерҙары сәнәғәт, технологик һәм финанс кооперацияһын киңәйтеү мөмкинлектәрен, Яңы Үҫеш банкын һәм БРИКС-тың Валюталар резервы берекмәһен сафҡа индереү буйынса эште тикшерәсәк.

Киңәйтелгән ултырыш берлектәге документтарға, шул иҫәптән Өфө декларацияһына һәм Эшмәкәрлек планына ҡул ҡуйыу тантанаһы менән тамамланасаҡ. Декларацияла донъяла барған сәйәси һәм иҡтисади хәлдәргә баһа биреләсәк.

/«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ғәлиә Нәбиева/.
{podcenter}