Прямая речь

Важнейшее направление нашей совместной деятельности – поддержка специальной военной операции, наших бойцов и членов их семей.

Глава Республики Башкортостан Радий Хабиров.
Подробнее

 

Жалобы на всё
Не убран мусор, яма на дороге, не горит фонарь? Столкнулись с проблемой — сообщите о ней!

 

Яңылыҡтар

03.07.15

Башҡортостанда һанлы телевидение күрһәтә башланы

Башҡортостан халҡы телеканалдарҙы һанлы сифат менән һәм бушлай ҡарай алыу мөмкинлегенә эйә булды. 2 июлдә Белоретта Рәсәй телевидение һәм радио тапшырыуҙары селтәренең тәүге объекты сафҡа индерелде.

Рәсәй телевидение һәм радио тапшырыуҙары селтәренең филиалы булған «Башҡортостан Республикаһының радио һәм телевизион тапшырыуҙар үҙәге» директоры Юрий Матвеев билдәләүенсә, «республиканың ҡатмарлы географик рельефы арҡаһында 216 һанлы тапшырыу объекттарын төҙөргә кәрәк. Белоретта тапшырыуҙар станцияһын һанлы каналдарҙы күрһәтә башларға әҙерләү өсөн бер йыл талап ителде. Был бейеклеге 75 метрҙан ашыу булған вышканың техник һәм файҙаланыу үҙенсәлектәренә бәйле».

Белорет районы республикала тәүгеләрҙән булып заманса телеформатҡа күсте. Районда йәшәүселәр «Беренсе канал», «НТВ», «Рәсәй -1», «Рәсәй-24», «Рәсәй-К», «Рәсәй-2», «Карусель», «Петербург 5 канал», «Рәсәй йәмәғәт телевидениеһы», «ТВ Центр», «Рен ТВ», «Домашний», «СПАС», «СТС», «ТВ 3», «Спор плюс», «Звезда», «Мир», «ТНТ», «МУЗ ТВ» һанлы каналдарын ҡарай һәм «Рәсәй радиоһы», «Маяҡ радиоһы», «FM хәбәрҙәре» радиостанцияларын тыңлай ала, тип хәбәр иттеләр Белорет районы хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика бүлегенән.

Республикала Рәсәй телевидение һәм радио тапшырыуҙары селтәренең һанлы телеселтәрендә 216 тапшырыуҙар пункты иҫәпләнә, объекттар һаны буйынса ул илдә иң ҙур төбәк селтәрҙәренең береһе буласаҡ. Әлеге ваҡытта Рәсәй телевидение һәм радио тапшырыуҙары селтәренең Башҡортостандағы филиалы 64 объект төҙөй.

Республикала һанлы эфир телетапшырыуҙар инфраструктураһы «2009-2015 йылдарҙа Рәсәй Федерацияһында телевидение һәм радио тапшырыуҙарын үҫтереү» федераль маҡсатлы программаһы сиктәрендә ғәмәлгә ашырылған Рәсәй телевидение һәм радио тапшырыуҙары селтәренең һанлы эфир телетапшырыуҙар селтәренең бер өлөшө булып тора.

/«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Сергей Захаров/.
{podcenter}