Прямая речь

Важнейшее направление нашей совместной деятельности – поддержка специальной военной операции, наших бойцов и членов их семей.

Глава Республики Башкортостан Радий Хабиров.
Подробнее

 

Жалобы на всё
Не убран мусор, яма на дороге, не горит фонарь? Столкнулись с проблемой — сообщите о ней!

 

Яңылыҡтар

17.06.15

1 июлдән республикала электр энергияһына хаҡтар арта

1 июлдән Башҡортостанда электр энергияһына тарифтар күтәрелә. Үҙгәрештәр республиканың Тарифтар буйынса дәүләт комитеты Ҡарарына ярашлы көсөнә инә.

Атап әйткәндә, электр плитаһы булмаған өйҙәрҙә йәшәүсе ҡала кешеләре электр энергияһы өсөн 20 тингә артығыраҡ түләйәсәк. Хаҡы —  2,55 һум, ә электр плитаһы ҡуйылған йорттарҙа түләүҙәр 14 тингә артасаҡ һәм 1,79 һум тәшкил итәсәк. Ауыл ерендәгеләр өсөн тариф шулай уҡ 14 тингә күтәреләсәк һәм 1,79 һум тәшкил итәсәк.

Был хаҡтар электр энергияһы өсөн бер тарифлы иҫәп приборҙары буйынса түләгән ҡулланыусыларға ҡағыла.

Тәүлек зонаһына бүленгән тарифтар буйынса түләгән граждандар өсөн ҡаралған тарифтар менән Энергия һатыу компанияһының сайтында танышырға мөмкин.

/«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Артур Басиров/
{podcenter}