Прямая речь

Важнейшее направление нашей совместной деятельности – поддержка специальной военной операции, наших бойцов и членов их семей.

Глава Республики Башкортостан Радий Хабиров.
Подробнее

 

Жалобы на всё
Не убран мусор, яма на дороге, не горит фонарь? Столкнулись с проблемой — сообщите о ней!

 

Яңылыҡтар

20.05.15

Башҡортостанда янғынға ҡаршы махсус режим индерелде

Башҡортостан урмандарында янғынға ҡаршы махсус режим иғлан ителде. Республиканың Урман хужалығы министрлығы хәбәр итеүенсә, ул төбәк Хөкүмәтенең бойороғона ярашлы ғәмәлдә буласаҡ.

Махсус режимға бәйле тораҡ пункттарҙа янғын хәүефһеҙлеген тәьмин итеү көсәйтелгән, бөтә янғын һүндереү бүлектәрендә тәүлек әйләнәһенә дежур итеү ойошторола, халыҡ менән аңлатыу эштәре алып барыла.

Янғын миҙгеле башланғандан алып Башҡортостанда 10 урман янғыны теркәлгән. Уларҙың туғыҙы — хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен үтәмәүҙән, икәүһе йәшендән сыҡҡан, берәүһенең сәбәптәре билдәһеҙ. Уттан зыян күргән майҙандың күләме 50,7 гектар тәшкил иткән.

/«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Артур Басиров/.

{podcenter}