Прямая речь

Важнейшее направление нашей совместной деятельности – поддержка специальной военной операции, наших бойцов и членов их семей.

Глава Республики Башкортостан Радий Хабиров.
Подробнее

 

Жалобы на всё
Не убран мусор, яма на дороге, не горит фонарь? Столкнулись с проблемой — сообщите о ней!

 

Яңылыҡтар

24.04.15

Рөстәм Хәмитов «Торос» хоккей клубы уйынсыларын һәм етәкселеген еңеүҙәре менән ҡотланы

23 апрелдә Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов «Торос» хоккей командаһының баш тренеры Константин Полозов менән телефон аша һөйләште. Әңгәмә барышында Рөстәм Хәмитов спортсыларҙы Рәсәйҙең Юғары хоккей лигаһында еңеүҙәре менән ҡотланы, яҡшы һөҙөмтә өсөн рәхмәт әйтте һәм яңы миҙгелдә уңыштар теләне.

— «Торос» республиканың хоккей статусын яҡланы. Мин дә уларҙың «Ижсталь» командаһы менән уйнауҙарын күҙәтеп барҙым. Яҡшы уйын, афарин! — тине Рөстәм Хәмитов.

Константин Полозов, үҙ сиратында, республика Башлығына клубҡа булышлыҡ итеүе өсөн рәхмәт белдерҙе.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, 23 апрелдә «Торос» Ижевскиҙың «Ижсталь» командаһын 2:0 иҫәбе менән еңде һәм өсөнсө тапҡыр Юғары хоккей лигаһының төп бүләген — Братина кубогын яуланы.

Шул уҡ көндө республика Башлығы «Торос» хоккей клубы уйынсыларына һәм етәкселегенә телеграмма ебәрҙе. Унда былай тиелә:

«Ҡәҙерле дуҫтар! Һеҙҙе һоҡланғыс еңеүегеҙ менән ысын күңелдән ҡотлайым!

Көсөргәнешле көрәш һөҙөмтәһендә өсөнсө тапҡыр Братина кубогын яуланығыҙ. Үҙенең уйыны менән «Торос» республика хоккей һөйөүселәренең ышанысын аҡланы. Команда етәкселәренә, тренерҙар составына, клуб уйынсыларына һөнәри оҫталығы һәм еңеүгә ынтылышы өсөн рәхмәтлемен. Яратҡан командабыҙҙың көйәрмәндәренә лә ҙур рәхмәт. Киләһе миҙгелдә лә «Торос» еңеүгә ынтылыр һәм беҙҙе шатландырыр, тип ышанам.

Һеҙгә ныҡлы сәләмәтлек һәм спортта яңы үрҙәр теләйем! Еңеүегеҙ менән, ҡәҙерле дуҫтар!».

/«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/.
 
{podcenter}