Прямая речь

Важнейшее направление нашей совместной деятельности – поддержка специальной военной операции, наших бойцов и членов их семей.

Глава Республики Башкортостан Радий Хабиров.
Подробнее

 

Жалобы на всё
Не убран мусор, яма на дороге, не горит фонарь? Столкнулись с проблемой — сообщите о ней!

 

Яңылыҡтар

25.10.16

7 декабрҙә сығарылыш класы уҡыусылары йомғаҡлау иншаһын яҙа

7 декабрҙә Башҡортостанда сығарылыш класы уҡыусылары йомғаҡлау иншаһын яҙа. Өс йыл инде ошо эш Берҙәм дәүләт имтиханына рөхсәт булып тора, инша яҙыуҙа ҡатнашыу өсөн ғаризалар 23 ноябргә тиклем ҡабул ителә. Быйылғы сығарылыш класы уҡыусылары үҙҙәре белем алған мәктәптә теркәү үтә. Уҙған йылдарҙа мәктәп тамамлаусылар төбәктең мәғариф менән идара итеү органы билдәләгән урындарға ғариза бирергә тейеш.

Насар һөҙөмтә күрһәткән, билдәле сәбәптәр арҡаһында имтиханға килә алмаған йәки эшен эшләп өлгөрмәгән уҡыусылар 2017 йылдың 1 февралендә һәм 3 майында ижади эште ҡабаттан яҙа ала, тип хәбәр итә Мәғариф өлкәһендә контроль һәм күҙәтеү идаралығының матбуғат хеҙмәте.

Ведомство Федераль педагогик үлсәүҙәр институты белгестәре әҙерләгән инша яҙыу буйынса методик тәҡдимдәр баҫтырып сығарҙы. Улар Федераль педагогик үлсәүҙәр институтының сайтында һәм Берҙәм дәүләт имтиханының рәсми мәғлүмәт порталында ла бирелгән.

Иншаның тематик йүнәлештәре август аҙағында уҡ билдәле булды: «Аҡыл һәм хис-тойғо»; «Намыҫ һәм намыҫһыҙлыҡ»; «Еңеү һәм еңелеү»; «Тәжрибә һәм хаталар»; «Дуҫлыҡ һәм дошманлыҡ».

Уҡыусыларға инша яҙыу өсөн 3 сәғәт  55 минут ваҡыт бирелә. Һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән ҡатнашыусылар өсөн ваҡыт 1,5 сәғәткә арттырыла. Улар инша урынына йомғаҡлау изложениеһын яҙырға хоҡуҡлы.

/«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Эльмира Сабирова

{podcenter}