Прямая речь

Важнейшее направление нашей совместной деятельности – поддержка специальной военной операции, наших бойцов и членов их семей.

Глава Республики Башкортостан Радий Хабиров.
Подробнее

 

Жалобы на всё
Не убран мусор, яма на дороге, не горит фонарь? Столкнулись с проблемой — сообщите о ней!

 

Яңылыҡтар

25.11.16

1 декабрҙә Владимир Путин Федераль Йыйылышҡа йыллыҡ Мөрәжәғәтнамә менән сығыш яһай

1 декабрҙә Владимир Путин Федераль Йыйылышҡа йыллыҡ Мөрәжәғәтнамә менән сығыш яһай. Рәсәй Президентының Матбуғат хеҙмәте һәм мәғлүмәт идаралығындағы аккредитация һәм брифингтар департаменты йыл ваҡиғаһын яҡтыртыу өсөн аккредитация асҡан.

Был — Рәсәйҙең яңы тарихында 23-сө һәм Путин өсөн 13-сө Мөрәжәғәтнамә, тип хәбәр итә ТАСС. Ғәҙәттәгесә, сара Ҙур Кремль һарайының Георгий залында Мәскәү ваҡыты буйынса көндөҙгө сәғәт 12-лә башлана. Дәүләт Думаһы һәм Федерация Советы парламентарийҙарынан тыш, унда Хөкүмәт ағзалары, Конституция һәм Юғары суд рәйестәре, генераль прокурор, Үҙәк һайлау комиссияһы, Иҫәп палатаһы, Йәмәғәт палатаһы башлыҡтары, төбәк етәкселәре, төп конфессия башлыҡтары, киң мәғлүмәт саралары вәкилдәре саҡырыла. Сығыш тура эфирҙа күрһәтелә.

Президенттың бурысы — илдәге хәлгә баһа бирелгән, эске һәм тышҡы сәйәсәттең төп йүнәлештәре билдәләнгән Мөрәжәғәтнамәне уҡып ишеттереү.

/«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ғәлиә Нәбиева/.
{podcenter}