Прямая речь

Важнейшее направление нашей совместной деятельности – поддержка специальной военной операции, наших бойцов и членов их семей.

Глава Республики Башкортостан Радий Хабиров.
Подробнее

 

Жалобы на всё
Не убран мусор, яма на дороге, не горит фонарь? Столкнулись с проблемой — сообщите о ней!

 

Яңылыҡтар

09.12.16

Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов Дәүләт Йыйылышына Мөрәжәғәтнамә менән сығыш яһаны

Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов республика Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтайға Мөрәжәғәтнамә менән сығыш яһаны. Республиканың алдағы йылға төп документы Башҡортостан Дәүләт Йыйылышының сираттан тыш ултырышы барышында халыҡ иғтибарына еткерелде. Төбәк етәксеһенең сығышын Башҡортостан юлдаш телеканалы тура эфирҙа күрһәтте. Тәүҙә Рөстәм Хәмитов депутаттар корпусына башҡарма власть органдары менән асыҡ, һөҙөмтәле эш алып барғандары өсөн рәхмәт белдерҙе. Уның әйтеүенсә, яйға һалынған эш тормоштоң бөтә яҡтарын яҡшыртыу өсөн ҙур әһәмиәткә эйә.

«Дөйөм алғанда, республиканың социаль-иҡтисади хәле тотороҡло. Йыл йомғаҡтары буйынса сәнәғәт етештереүе индексы, һалым килемдәренең үҫеш темпы илдәге уртаса күрһәткестәрҙән юғарыраҡ буласаҡ. Социаль йөкләмәләр тулыһынса үтәлә. Инвестициялар, төҙөлөш, хеҙмәт хаҡы һәм килем кимәле, эшһеҙлек күрһәткестәренә бәйле хәл яйға һалына, — тип билдәләне Рөстәм Хәмитов. — Рәсәй Президенты Владимир Путин ил Хөкүмәте алдына тотороҡло иҡтисади үҫешкә күсеү, эшҡыуарҙарҙың әүҙемлеген арттырыу, социаль тотороҡлоҡто нығытыу, халыҡтың йәшәү сифатын яҡшыртыу бурыстарын ҡуя. Тышҡы баҙарҙарҙа һәм бюджет сикләүҙәрендә килеп тыуған хәлдәрҙә быны тәү сиратта эске резервтарға таянып эшләргә кәрәк».

Рөстәм Хәмитов республика Дәүләт Йыйылышына Мөрәжәғәтнамә менән етенсе тапҡыр сығыш яһаны.

/«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ғәлиә Нәбиева/.

{podcenter}