Прямая речь

Важнейшее направление нашей совместной деятельности – поддержка специальной военной операции, наших бойцов и членов их семей.

Глава Республики Башкортостан Радий Хабиров.
Подробнее

 

Жалобы на всё
Не убран мусор, яма на дороге, не горит фонарь? Столкнулись с проблемой — сообщите о ней!

 

Яңылыҡтар

27.01.17

Баш ҡалала Нефть университеты буласаҡ абитуриенттарҙы көтә

Өфө дәүләт нефть техник университеты 28 һәм 29 ғинуарҙа Асыҡ ишектәр көнөн уҙғара.

28 ғинуарҙа саралар 8-се корпуста (Орджоникидзе исемендәге мәҙәниәт һарайында) иртәнге сәғәт 11-ҙә башлана. 29 ғинуарҙа мәктәп уҡыусыларын һәм уларҙың ата-әсәләрен ике майҙансыҡта: Менделеев урамы, 195 адресы буйынса урынлашҡан 5-се корпуста (Архитектура-төҙөлөш институтында) һәм Чернышевский урамы, 145-тә урынлашҡан 12-се корпуста (Иҡтисад һәм сервис институтында) көтөп ҡалалар. Көндөҙгө сәғәт 12-лә башлана.

Абитуриенттар турана-тура студенттар, факультеттарҙың уҡытыусылары һәм декандары менән аралаша, ҡабул итеү комиссияһы ағзаларына һәм университет етәкселегенә һорауҙар бирә ала. Сараның төп өлөшө һуңында факультет декандары менән осрашыу, университет лабораториялары һәм кафедралары буйлап экскурсия ойошторола.

/«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Эльмира Сабирова/

{podcenter}