Прямая речь

Важнейшее направление нашей совместной деятельности – поддержка специальной военной операции, наших бойцов и членов их семей.

Глава Республики Башкортостан Радий Хабиров.
Подробнее

 

Жалобы на всё
Не убран мусор, яма на дороге, не горит фонарь? Столкнулись с проблемой — сообщите о ней!

 

Яңылыҡтар

17.02.17

Республикала капиталь ремонтҡа иғәнәләрҙе арттырыу күҙалланмай

Күп фатирлы йорттарҙа капиталь ремонт үткәреүгә иғәнәләрҙе арттырыу күҙалланмай, тип хәбәр итә Башҡортостандың Төбәк операторы.

Бөгөнгә капиталь ремонтҡа минималь иғәнә – Волга буйы федераль округында иң түбәндәрҙең береһе. Ул алты ҡатҡа тиклемге йорттар өсөн 5,20 һум, алты ҡаттан бейегерәк йорттар өсөн 5,80 һум тәшкил итә.

Татарстанда һәм Пермь крайында был күрһәткес бөтә күп фатирлы йорттар өсөн дә бер үк – 5,85 һәм 8,28 һум.

Һамар өлкәһендә, йорттарҙың ҡатына ҡарап, капиталь ремонт өсөн түләү 5,45-тән алып 6,27 һумға тиклем тирбәлә.

Дөйөм алғанда, былтыр Башҡортостанда 1209 күп фатирлы йортҡа ремонт яһалған. Йыллыҡ план 1063 йорт тәшкил иткән. Шуларҙың 479-ы Өфөлә урынлашҡан.

/«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Галина Бахшиева/.

{podcenter}