Прямая речь

Важнейшее направление нашей совместной деятельности – поддержка специальной военной операции, наших бойцов и членов их семей.

Глава Республики Башкортостан Радий Хабиров.
Подробнее

 

Жалобы на всё
Не убран мусор, яма на дороге, не горит фонарь? Столкнулись с проблемой — сообщите о ней!

 

Яңылыҡтар

04.04.17

Константин Толкачев төбәк халҡын «Тоталь диктант»та ҡатнашырға саҡырҙы

Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы Рәйесе Константин Толкачев республика халҡын «Тоталь диктант»та әүҙемерәк ҡатнашырға саҡырҙы.

«Һуңғы бер нисә йылда был акция яҡшы йолаға әүерелде. Тоталь диктантта ҡатнашыу – тәү сиратта үҙең өсөн эшләү, ул рус телен белеүҙә булған етешһеҙлектәрҙе асыҡларға ярҙам итә. Ә уларҙың һәр кемдә, хатта юғары белемле кешеләрҙә лә булыуы мөмкин, сөнки рус теле – донъяла иң ҡатмарлыларҙың береһе. «Тоталь диктант»та ғәҙәттәгесә республика парламенты депутаттары ҡатнаша. Бөтә республика халҡын акцияға ҡушылырға саҡырам», — тине төбәк парламенты спикеры.

«Тоталь диктант» Рәсәйҙә 8 апрелдә уҙғарыла, Өфөлә ул 26 майҙансыҡта үтә. Төп майҙансыҡ – Дәүләт Йыйылышы йорто. 2017 йылғы диктант тексының авторы – Рәсәй яҙыусыһы Леонид Юзефович.

/«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ғәлиә Нәбиева/.

{podcenter}