Яңылыҡтар

10.05.17

Төбәк халҡы дүртенсегә «Үлемһеҙ полк» сафында атлап уҙҙы

Башҡортостан халҡы үҙҙәренең төп ҡала һәм ауыл урамдары буйлап «Үлемһеҙ полк» сафында атлап уҙҙы. Ватансылыҡ акцияһы бөтә-халыҡ кимәленә күтәрелде. Иң ҙур парад республиканың баш ҡалаһында уҙҙы. Өфөнөң «Үлемһеҙ полк» колоннаһын Рәсәйҙең дәүләт ҡомартҡылары, фашистик Германияны ҡыйратҡан Совет халҡының һәм Ҡораллы Көстәрҙең рәсми Еңеү символы – Еңеү Байрағы етәкләне. Меңдәрсә кеше ҡулдарына туғандарының – Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусыларҙың һәм ветерандарҙың фотолары менән транспаранттар тотоп, дүртенсе тапҡыр бөтә Рәсәй акцияһына ҡушылды. Сарала тамашасылар менән бергә бөтәһе 60 меңдән ашыу кеше ҡатнашты.

Йылдан-йыл ул арта бара – былтыр унда Өфөнән 53 мең самаһы кеше ҡатнашты. Быйыл ҡатнашырға теләк белдереүселәрҙең күп булыуы сәбәпле ҡала хаҡимиәте маршрутты «Спорт» туҡталышынан «Дан булвары»на тиклем оҙайтырға ҡарар итте. Былтыр Өфөнөң «Үлемһеҙ полк» колоннаһын Еңеү Байрағының күсермәһе етәкләне. Рәсәйҙең дәүләт ҡомартҡылары артынан ҡатнашыусылар 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы, Өфөнөң Үлемһеҙ полк Байрағы һәм Еңеү Байрағы флагын тотоп үтте.

2015 йылда Өфөлә Волга буйы федераль округында иң ҙур акция үтте. Өфө уҡыусылары иң әүҙем ҡатнашыусылар булды, улар һуғышта һәләк булған туғандары хаҡында мәғлүмәт табып, акция порталында теркәлде һәм һалдаттарҙың фотолары менән транспоранттар әҙерләне. Атап әйткәндә, акция сайтында «Үлемһеҙ полк» йылъяҙмаһына 250 мең тирәһе ветерандың исеме яҙылған.

Еңеүсе фронтовиктарҙың иҫтәлеге ҡәҙерле булғандар Бөйөк Ватан һәм Икенсе донъя һуғыштарында ҡатнашҡан туғандарының фотолары менән транспаранттар тотоп берҙәм сафта атланы.

Белешмә. «Үлемһеҙ полк» халыҡ-ара ижтимағи акцияны 2011 йылда Томск өлкәһе журналистары башлап ебәрҙе. Хәҙер халыҡ хәрәкәте 64 дәүләтте һәм биләмәне солғап алды. Хәрәкәтте электрон «Халыҡ йылъяҙмаһы» алып бара, унда фронтовиктарҙың тарихы хаҡында мәғлүмәт тупланған.

/«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ғәлиә Нәбиева/.