Прямая речь

Важнейшее направление нашей совместной деятельности – поддержка специальной военной операции, наших бойцов и членов их семей.

Глава Республики Башкортостан Радий Хабиров.
Подробнее

 

Жалобы на всё
Не убран мусор, яма на дороге, не горит фонарь? Столкнулись с проблемой — сообщите о ней!

 

Яңылыҡтар

02.06.17

Балаларҙың бөтә ял итеү урындары айырым контролдә булырға тейеш – Рөстәм Хәмитов

Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов балаларҙың ял итеү урындарында хәүефһеҙлекте тәьмин итеүгә арналған Башҡортостан Республикаһының террорға ҡаршы комиссияһы ултырышын уҙғарҙы. Шулай уҡ йәйге сәләмәтләндереү кампанияһы осоронда балаларҙың ялын һәм уларҙың һаулығын нығытыуҙы бойомға ашырыусы ойошмаларҙа балаларҙың хәүефһеҙлеген тәьмин иткән ҡануниәтте үтәү мәсьәләләре тикшерелде.

Ултырышта республиканың дәүләт власы органдары вәкилдәре, Башҡортостан Хөкүмәте ағзалары, Башҡортостан Республикаһы буйынса Эске эштәр министрлығы, республика прокуратураһы, Федераль именлек хеҙмәтенең төбәк идаралыҡтары, Рәсәй гвардияһы, Тикшереү комитеты, Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы, профилле министрлыҡтар һәм ведомстволар етәкселәре ҡатнашты.

Быйыл Башҡортостанда 2688 ойошма эшләйәсәк, уларҙа 390 мең, шул иҫәптән ауыр тормош хәлендә ҡалған 90 мең бәлиғ булмаған бала ял итәсәк. Янғынға ҡаршы хәүефһеҙлекте тәьмин итеүгә төрлө сығанаҡтарҙан 39 миллион һумдан ашыу бүленгән. Балаларҙың йәйге ял һәм уларҙы сәләмәтләндереү объекттары автоматик янғын системалары менән йыһазландырылған. Ҡыҙ-малайҙарҙы ял итеү урындарына алып барыу-алып ҡайтыу өсөн мәктәп автобустары хәрәкәтенең маршруты әҙерләнгән.

— Балаларҙың бөтә ял итеү урындары айырым контролдә булырға тейеш. Бындай объекттарҙа тәүлек әйләнәһенә һаҡлау, даими видеокүҙәтеү, хәүеф сигнализацияһы төймәһе, контроль-үткәреү пункттары эшен ойошторорға кәрәк, – тип билдәләне Рөстәм Хәмитов. – Балалар ялының үҙенсәлектәрен, лагерҙарҙың аң-белемле һәм мауыҡтырғыс программаларын, уларҙың экскурсияға йөрөүҙәрен, ата-әсә көндәрен иҫәпкә алыу мөһим. Балалар даими рәүештә беҙҙең һаҡ аҫтында булырға тейеш.

Республика Башлығы Мәғариф министрлығына балалар ялы өлкәһендәге эшмәкәрлекте тормошҡа ашырыусы бөтә ойошмаларҙың реестрын актуалләштереү буйынса эште уларҙың билдәләнгән талаптарға тап килеүенә ойошторорға ҡушты.

Ҡала һәм район хакимиәттәренә территориаль Эске эштәр министрлығы, Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы һәм Рәсәй гвардияһы менән берлектә балаларҙың ял итеү һәм һаулығын нығытыу объекттарын инженер һаҡлау һәм инженер-техник һаҡлау саралары менән тәьмин ителгәнлеккә тикшереү уҙғарырға ҡушылды.

Муниципалитеттар шулай уҡ тулы күләмдә янғынға ҡаршы сараларҙы үтәүҙе, тәүлек әйләнәһенә квалификациялы һаҡлау хеҙмәтен күрһәтеүҙе һәм балалар һаулығын нығытыу ойошмаларына эшкә төшөүсе персоналдың гигиена йәһәтенән уҡыуын тәьмин итергә тейеш. Законһыҙ рәүештә эшләгән балалар лагерҙарын асыҡлауға айырыуса иғтибар йүнәлтергә, ундайҙарҙы тапҡан осраҡта шунда уҡ эске эштәр органдарына һәм прокуратураға хәбәр итергә кәңәш ителә.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 31 майҙа Рәсәй Хөкүмәте Рәйесе Дмитрий Медведев балаларҙың ялын ойоштороу һәм уларҙың һаулығын нығытыу мәсьәләләре буйынса видеоселектор кәңәшмәһе үткәрҙе. Үҙ сығышында ул хәүефһеҙлекте тәьмин итеү, санитар нормаларҙы, янғынға ҡаршы ҡағиҙәләрҙе үтәү төп темалар булып тороуын һыҙыҡ өҫтөнә алды.

/«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/.

 

{podcenter}