Яңылыҡтар

06.06.17

Башҡортостанда юғары уҡыу йорттарының йәш ғалимдарын-студенттарын ғилми эштәр конкурсында ҡатнашырға саҡыралар

Йәш ғалимдарҙы – Өфө һәм республика юғары уҡыу йорттары студенттарын иң яҡшы ғилми эш конкурсында ҡатнашырға саҡыралар. Конкурс студенттарҙың ғилми-тикшеренеү эшмәкәрлеген дәртләндереүгә йүнәлтелгән һәм төбәктең ғилми йәштәренә төрлө ғилми өлкәләрҙәге асыштарын күрһәтеү мөмкинлеге бирә, уның һөҙөмтәләре республиканың социаль-иҡтисади үҫешенә йүнәлтеләсәк. Бынан тыш, ойоштороусылар иҫәпләүенсә, конкурс республиканың алдынғы юғары профессиональ белем биреү ойошмаларының уртаҡ фундаменталь һәм ҡулланма тикшеренеүҙәрҙең һөҙөмтәлелеген арттыра.

28 июнгә ҡәҙәр өс төп йүнәлеш: техник, теүәл һәм гуманитар фәндәр буйынса материалдар ҡабул ителә. Ғилми эштәр уларҙың һөҙөмтәләре баҫылғандан һуң ғына ҡарала. Шулай уҡ инновацион идеялар, проекттар, файҙалы һәм йөкмәткеле башланғыстар ҡабул ителә.

Ҡатнашыу шарттары, эшкә талаптар һәм уларҙы рәсмиләштереү хаҡында тулыраҡ мәғлүмәт менән Рәсәй йәш ғалимдар союзының Башҡортостан Республикаһындағы ойошмаһы сайтында танышырға мөмкин.

Конкурс Рәсәй йәш ғалимдар союзының Өфөләге урындағы бүлексә тарафынан баш ҡаланың йәштәрҙең эштәре буйынса комитеты булышлығында уҙғарыла.

/«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Эльмира Сабирова/.