Прямая речь

Важнейшее направление нашей совместной деятельности – поддержка специальной военной операции, наших бойцов и членов их семей.

Глава Республики Башкортостан Радий Хабиров.
Подробнее

 

Жалобы на всё
Не убран мусор, яма на дороге, не горит фонарь? Столкнулись с проблемой — сообщите о ней!

 

Яңылыҡтар

08.06.17

Башҡортостанда 389 ҡала мөхите объекты төҙөкләндереләсәк

Башҡортостандың 23 муниципалитеты «Заманса ҡала мөхитен булдырыу» проектында ҡатнашыу буйынса үҙ программаларын раҫланы, тип хәбәр иттеләр республика хөкүмәтендә. Бөтә муниципаль берәмектәрҙә лә йәмәғәт тыңлауҙары уҙғарылған һәм объекттар исемлеге билдәләнгән.

Быйыл бөтәһе 604 күп фатирлы йорт, 35 йәмәғәт биләмәһе – 15 парк, биш сквер, өс майҙан, алты йәйәүлеләр зонаһы, ике йәмәғәт тәғәйенләнешендәге биләмә, бер аллея, йылға буйы, спорт майҙансығы һәм транспорт инфраструктураһы биләмәһе ингән 354 ихата биләмәһен төҙөкләндереү күҙаллана.

Ошо программа буйынса 2017 йылда төҙөкләндереүҙе дөйөм финанслау күләме 1,32 миллиард һум тәшкил итәсәк. Был сумманың өстән ике өлөшөн тиерлек федераль ҡаҙна – 856,64 миллион һум, республика бюджеты 175,45 миллион бүлә, ҡалған өлөшөн төҙөкләндереләсәк биләмәләрҙә йәшәүселәр индерә.

Был проект 2022 йылғаса иҫәпләнгән. 2018 йылдан алып төҙөкләндереү программаһында 1000-дән күберәк кеше йәшәгән республиканың бөтә тораҡ пункттары ла ҡатнашасаҡ, тип аңлаттылар хөкүмәттә.

/«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ольга Мортазина/.

{podcenter}