Яңылыҡтар

08.06.17

Һабантуй - 2017

Ағымдағы йылдың 4 июнендә Үзбәкстандың Ташкент ҡалаһында, мосолман халҡының яҙғы баҫыу эштәрен тамамлауға арналған “Һабантуй” байрамы үтте.

Оло байрамға төрлө төбәктәрҙән, шул иҫәптән, Башҡортостан һәм Татарстан республикаларынан арҙаҡлы ҡунаҡтар саҡырылғайны.

Башҡортостандан Ташкент һабантуйына Бөтә Донъя башҡорттары ҡоролтайының төнъяҡ төбәге етәксеһе, РФ-тың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәтҡәре, БР-ҙың атҡаҙанған сәнғәт эшмәҡәре, Нефтекама дәүләт филармонияһы директоры Р.А.Исмәғилев һәм Нефтекама дәүләт филармонияһының билдәле, популяр, йәш йырсыһы Иршат Ҡарасурин барҙы.

Байрамдың рәсми бүлегендә сәләмләү һүҙе менән Рәсәй Федерацияһының Үзбәкстандағы тулы хоҡуҡлы илсеһе В.Л.Тюрденев, Үзбәкстан һәм Рәсәй Хеҙмәттәшлек вәкиллеге етәксеһе В.Л.Шулика, Зәки Вәлиди исемендәге Башҡорт мәҙәниәт үҙәге рәисе И.Х.Хәсәнов һәм башҡалар сығыш яһаны.

Шулай ҙа, иң сағыу һәм иҫтәлекле сығыштарҙың береһе – Республика етәксеһе Р.З.Хәмитовтың сәләмләү адресын тапшырыусы, Бөтә Донъя башҡорттары ҡоролтайы сәләмен, ҡотлауын еткереүсе Р.А.Исмәғилевтың йөрәк һүҙҙәре һәм йырсы И.Ҡарасуриндың йырҙары булғандыр.  Иршат Ҡарасурин үзбәк дуҫтарға моңло йырҙарын бүләк итеп кенә ҡалманы, һыҙҙырып ҡурайҙа ла уйнаны, “яндырып” бейеп тә алды.

Ә инде ут күршебеҙ Татарстан Республикаһы вәкилдәре ҙур делегация менән килеп төштө. Артистар: Рөстәм Асаев, Айҙар Ғәлимов, Фәриҙә һәм Алһыу дуэты, һәм башҡа билдәле йырсылар, музыканттар йәм өҫтөнә йәм өҫтәне.