Яңылыҡтар

21.06.17

Республикала капиталь ремонт өсөн иғәнәләрҙе түләү ябайлашты

Башҡортостанда капиталь ремонт өсөн иғәнәләрҙе түләү ябайлашты. Хәҙер милек хужалары капиталь ремонтҡа иғәнә түләү өсөн квитанцияны үҙенең электрон почтаһына алып, уны өйҙән сыҡмайынса түләй ала.

Түләү документын алыу ысулын үҙгәртеү өсөн Төбәк операторы офисына йәки «Электрон ҡабул итеү» бүлеге менән файҙаланып, рәсми сайт аша ғариза менән мөрәжәғәт итергә кәрәк.

«Хәҙер халыҡ капиталь ремонтҡа түләү өсөн интернет-ресурстарҙы күберәк ҡуллана. Өс меңдән ашыу милек хужаһы квитанцияларҙы алыуҙың электрон ысулын һайлаған, — тип хәбәр итте Башҡортостан Төбәк операторының матбуғат хеҙмәте хеҙмәткәре Азамат Хисаметдинов. — Квитанцияны алыу форматы электрон төргә үҙгәртелгәндән һуң, милексегә ҡағыҙҙағы түләү документы ебәрелмәй. Шуның менән бергә электрон вариант ҡағыҙ документҡа тиң. Теләк буйынса документты почта йәшнигенә килтереүҙе тергеҙергә мөмкин».

Капиталь ремонтҡа иғәнәне шәхси иҫәптең номерын йә иһә бинаның адресын хәбәр итеп, Һаҡлыҡ банкының теләһә ниндәй бүлексәһендә комиссияһыҙ түләргә була. Бынан тыш, иғәнәне икенсе банктарҙа йәки Рәсәй почтаһы бүлексәләрендә түләргә мөмкин, ләкин комиссияның күләмен алдан асыҡларға кәрәк.

/«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Галина Бахшиева/.