Яңылыҡтар

28.06.17

Төбәктә ғаиләгә пенсионерҙы йәки инвалидты ҡабул иткән өсөн аҡсалата компенсация түләнә

Башҡортостанда оло йәштәгеләр һәм инвалидтар өсөн ҡабул итеүсе ғаиләләр булдырыу тәртибен раҫланылар. Республикала йәшәүселәр ентекле һайлау үткәндән һуң яңғыҙ оло кешене «уллыҡҡа» алыу мөмкинлегенә эйә була. Республика социаль хеҙмәтләндереү үҙәге һәм ғаиләләргә һәм балаларға социаль ярҙам итеү үҙәктәре ғаилә ҡорорға теләгән граждандар хаҡында мәғлүмәттәр банкын алып барасаҡ, ғаилә ағзаларына дәғүәселәрҙе һайлаясаҡ, улар менән психологик әҙерлек үткәрәсәк, тейешле килешеүҙәр төҙөйәсәк һәм контроль алып барасаҡ. Опека һәм попечителлек органдары менән килешеү буйынса ғына ғаилә ҡороу мөмкин буласаҡ, тип билдәләнеләр Башҡортостан Хөкүмәтенең матбуғат хеҙмәтендә.

Ҡабул итеүсе ғаиләнең бюджеты уның ағзаларының аҡсаһынан формалашасаҡ, шул рәүешле оло йәштәге граждандың йәки инвалидтың биргән аҡсаһының өлөшө урта йән башына табыштың 75 процентынан артырға тейеш түгел.

Опекун ғаиләгә ай һайын 6200 һум күләмендә аҡсалата бүләк ҡаралған. Әгәр ҡабул итеүсе ғаилә 80 йәштән олораҡ кешене йәки беренсе төркөм инвалидын алғанда, закон тарафынан ошо түләүҙең 30 процентҡаса арттырылыуы ҡаралған. Шул уҡ ваҡытта яҡтар яҡын туғандыҡта тоторға тейеш түгел.

Ағымдағы йылда 24 ҡабул итеүсе ғаилә, 2018 йылда – 124, 2019 йылда 154 бындай ғаилә булдырыу ҡаралған.

«Ҡабул итеүсе ғаиләлә граждандың йәшәүе оло йәштәге граждандарҙың уңайлы һәм ғәҙәти йәшәү шарттарын булдырыуға тәьҫир итәсәк, уларҙың йәшәү сифатын яҡшыртасаҡ, үҙ-ара ярҙам йолаларын нығытасаҡ һәм социаль яңғыҙлыҡты иҫкәртәсәк, айырыуса ауыл ерендә, – тип иҫәпләй республиканың хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры Ленара Иванова. – Оло йәштәге граждандар һәм инвалидтар өсөн ҡабул итеүсе ғаилә ҡарауҙың алмаш формаһы буласаҡ һәм өйҙә социаль хеҙмәтләндереү технологияларын үҫтереүҙе дәртләндереп торасаҡ».

Министрҙың әйтеүе буйынса, «был механизм Рәсәйҙә тик ике тиҫтә төбәктә генә ҡулланыла. Шуға республикала технологияның апробацияһы уңышлы булыуы бик мөһим. Ул дәүләткә граждандарҙы социаль хеҙмәтләндереү системаһын яңыртыуҙа ыңғай тәжрибә бирәсәк».

«Башҡортостан Республикаһында оло йәштәге граждандар һәм инвалидтар өсөн ҡабул итеүсе ғаиләләр тураһында»ғы закон 2016 йылда ҡабул ителде.

http://www.bashinform.ru/bash/1016534/