Яңылыҡтар

14.07.17

Республика Башлығы алданған өлөшсөләрҙең хоҡуҡтарын яҡлау буйынса кәңәшмә үткәр&#

Республика Хөкүмәте Йортонда Башҡортостан Башлығы төбәктә хоҡуҡ тәртибен тәьмин итеү буйынса ғәмәлдәге даими координация кәңәшмәһенең киңәйтелгән ултырышын уҙғарҙы. Ул алданған өлөшсөләрҙең хоҡуҡтарын яҡлау һәм тергеҙеү буйынса ҡабул ителгән сараларға арналды.

Унда Башҡортостан Хөкүмәте ағзалары, профилле министрлыҡтар, ведомстволар, хоҡуҡ һаҡлау органдары етәкселәре, муниципалитет башлыҡтары һәм төҙөүсе компания вәкилдәре ҡатнашты.

— Бөтәгеҙ ҙә биш йыл элек алданған өлөшсөләр менән мәсьәләне ниндәй ҙур көс менән хәл иткәнде яҡшы хәтерләйһегеҙ. 28 йорт, 3 меңдән ашыу граждан зыян күрҙе. Кешеләрҙе бәләлә ҡалдырманыҡ, күптәренә ярҙам иттек һәм был мәсьәләне яптыҡ тиерлек, – тине Рөстәм Хәмитов. – Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәт Йорто, Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай, башҡа министрлыҡтар һәм ведомстволар алдында сараһыҙ хәлдә ҡалған пикетлаусыларҙы күреү ғәҙәти күренешкә әйләнде инде. 2014 йылдан миңә килгән мөрәжәғәттәрҙең һаны даими рәүештә арта бара. Граждандарҙың мөрәжәғәттәрендә – меңләгән кешеләрҙең йән әрнеүе. Граждандар властан, хоҡуҡ һаҡлау органдарынан мәсьәләне хәл итергә мөмкинлек биргән генә түгел, киләсәктә бындай осраҡтарҙың ҡабатланыуын булдырмау өсөн ысын эштәрҙе, аныҡ ҡарарҙарҙы көтә.

Республика Башлығы билдәләүенсә, бөтә төбәк етәкселәре лә Рәсәй Президенты Владимир Путиндан төҙөүселәрҙең намыҫһыҙ эшмәкәрлегенән зыян күргән граждандарҙың проблемаларын хәл итеү буйынса план-графиктарҙы ваҡытында тормошҡа ашырыуҙы тәьмин итеү; граждандарға ошо план-графиктарҙың үтәлеүе тураһында мәғлүмәт биреү; яңы проблемалы объекттарҙың барлыҡҡа килеүен булдырмау буйынса йөкләмә алды. 1 октябргә тиклем һәм квартал һайын эшләнгән эш тураһында, шул иҫәптән төҙөүселәр буйынса аныҡ мәғлүмәттәрҙе күрһәтеү менән отчет бирергә бурыслы.

— Бөгөн беҙҙә 29 проблемалы объект бар. Һәр ҡайһыһын ентекләп өйрәнергә кәрәк. Улар бөтәһе лә төрлө-төрлө, ошо объекттарҙың һәр береһендә хәл төрлөсә. Һәр береһе буйынса нимә эшләү кәрәклеге, ҡатмарлыҡ кимәле, хәл итеү ваҡыты буйынса тулы аңлау булырға тейеш. Һәр объект буйынса үҙенең план-графигы булыуы зарур, – тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Рөстәм Хәмитов. – Тағы ла бер киҫкен проблема – суд ҡарарҙары буйынса йәшәргә бирелгән, әммә төҙөүселәрҙең ғәйебе буйынса билдәләнгән тәртиптә файҙаланыуға тапшырылмаған объекттар. Бында муниципалитет хакимиәттәренә халыҡ менән торлаҡ милекселәре ширҡәтен ойоштороу йәһәтенән әүҙемерәк эшләргә кәрәк. Ул торлаҡ милекселәре ширҡәттәренә күп фатирлы йорт менән идара итеү, шул иҫәптән рөхсәт документтарын рәсмиләштереү, эшләнеп бөтөлмәгән нәмәләрҙе бөтөрөү һәм торлаҡты файҙаланыуға тапшырыу йәһәтенән килешеүҙәр төҙөргә мөмкинлек бирәсәк.

Рөстәм Хәмитов Башҡортостан Республикаһы Дәүләт төҙөлөшө рәйесенә аҙнаһына ике тапҡыр проблемалы төҙөлөш объекттарындағы хәл тураһында уға мәғлүмәт биреп торорға ҡушты.

— Ошо мәғлүмәт нигеҙендә хоҡуҡ һаҡлау органдары предприятиелар менән ҡаты контроль эш башлай аласаҡ, – тине төбәк етәксеһе. – Эшкә ниндәй тиҙлек биреүҙән ошо процестың нисек хәрәкәт итеүе тора.

Республика Башлығы өлөш төҙөлөшөн тыйыу тураһындағы башланғыс менән Рәсәй Хөкүмәтенә сығырға тәҡдим итте.

— Әйҙә төҙөүсе банкка барһын, кредит алһын, төҙөһөн, ә һуңынан һатһын. Ул саҡта кешеләр хәүеф зонаһынан сығарыла, – тип билдәләне Рөстәм Хәмитов.

Муниципалитеттарҙағы алданған өлөшсөләр менән хәл хаҡында Өфө хакимиәте башлығының беренсе урынбаҫары Салауат Хөсәйенов һәм Стәрлетамаҡ башлығы Владимир Куликов һөйләне. Улар, атап әйткәндә, алданға өлөшсөләргә ярҙам тәҡдим иткән, әммә ысынында иһә уларҙың бәхетһеҙлегендә аҡса эшләгән шикле юридик фирмаларҙың әүҙемләшеүен билдәләне. Республика Башлығы төҙөүсе эшмәкәрлегенән зыян күргән граждандар квалификациялы юридик кәңәш алырлыҡ берҙәм республика офисын булдырырға тәҡдим итте.

Намыҫһыҙ төҙөүселәр «проблемалы» объекттарҙы республикала ғына түгел, башҡа төбәктәрҙә лә ҡалдыра, уларҙың етәкселәре килеп тыуған хәлдән сығыу өсөн ярҙам һорап мөрәжәғәт итә, тип билдәләне Рөстәм Хәмитов.

Республика Башлығы Башҡортостан Хөкүмәтенә һәм муниципалитеттарға алданған өлөшсөләрҙең проблемаларын хәл итеү өҫтөндә системалы өҙлөкһөҙ контроль ойошторорға ҡушты.

— Төҙөүселәргә шуна әйтәһем килә: ошо ваҡытты уҙғарып ебәрерһегеҙ, бөтәһе лә үтеп китер, тип уйламағыҙ. Үтеп китмәйәсәк, – тип һыҙыҡ өҫтөнә алды төбәк етәксеһе. – Хоҡуҡ һаҡлаусыларға мөрәжәғәт итәм: беҙҙең кешеләрҙе алдаған һәм «ташлап» киткәндәрҙе йәнә бер тапҡыр йәлләмәүегеҙҙе талап итәм.

/«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/.