Прямая речь

Важнейшее направление нашей совместной деятельности – поддержка специальной военной операции, наших бойцов и членов их семей.

Глава Республики Башкортостан Радий Хабиров.
Подробнее

 

Жалобы на всё
Не убран мусор, яма на дороге, не горит фонарь? Столкнулись с проблемой — сообщите о ней!

 

Яңылыҡтар

18.07.17

Башҡортостанда торлаҡ өсөн аҡса туплау программаһы буйынса йорт һатып алыу ябайлашты

Башҡортостанда торлаҡ өсөн аҡса туплау программаһын тормошҡа ашырыу тәртибенә үҙгәрештәр индерелде.

Хәҙер программала ҡатнашыусыларҙың торлаҡ шарттарын яҡшыртыу буйынса өҫтәмә мөмкинлектәре бар: беренсел һәм икенсел баҙарҙа торлаҡтан башҡа, шулай уҡ уларҙа өлөш һатып алыу.

Бынан тыш, торлаҡ өсөн йыйылған аҡсаны бынан алда алынған ипотеканы ҡаплау өсөн йүнәлтергә мөмкин. Төбәк хөкүмәте ҡарарының яңы редакцияһына ярашлы, билдәләнгән алты ай эсендә кеше торлаҡ һатып алыу йәки аҡса йыйыуҙы дауам итеү хаҡында ҡарар ҡабул итә. Аҡса туплауҙы оҙайтыу процедураһы ла ябайлашты. Мәҫәлән, әгәр элек ғаризаны республиканың Төҙөлөш һәм архитектура буйынса дәүләт комитетына ебәрергә, раҫлауҙарын көтөргә һәм шунан һуң ғына яңы вклад асырға кәрәк булһа, хәҙер иһә банкка килеп, аҡса туплау осорон оҙайтыу ҙа етә.

2014 йылдың апреленән Башҡортостанда бюджеттан берлектә финанслау шарттарында торлаҡ өсөн аҡса туплау системаһы буйынса йорт һатып алыу программаһы бойомға ашырыла.

Уның шарттарына ярашлы граждандар өс-алты йыл дауамында «Һаҡлыҡ банкы» һәм «Уралсиб» банктарында  торлаҡ хаҡының бер өлөшөн түләү өсөн аҡса йыя.

Айлыҡ иғәнәгә иғәнә суммаһынан 30% күләмендә бюджет премияһы өҫтәлә (ләкин айына өс меңдән дә ашмай). Аҡса туплау осоро тамамланғас, программала ҡатнашыусы йылына 6-7% менән льготалы кредит алыу мөмкинлегенә эйә була.

Торлаҡ өсөн аҡса туплау системаһы тураһында тулыраҡ мәғлүмәтте Башҡортостандың Төҙөлөш һәм архитектура буйынса дәүләт комитеты, Төҙөлөш һаҡламдарын үҫтереү буйынса дирекция һәм «Һаҡлыҡ», «Уралсиб» банктарының ҡыҙыу линия телефондары буйынса алырға мөмкин: 8 (347) 218-08-93; 8 (347) 285-00-97.

/«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Галина Бахшиева/.

{podcenter}