Яңылыҡтар

19.07.17

Республикала аҙыҡ-түлек арзанайҙы

Республикала ҡулланыусылар кәрзинендә булған күпселек аҙыҡ-түлек арзанайҙы.

Башҡортостанстат мәғлүмәттәре буйынса, бер аҙна эсендә айырыуса кәбеҫтәгә хаҡ төшкән — 35,6 процентҡа. Хәҙер уның бер килограмы уртаса 29,90 һум тора.

Картуф — 5,7 процентҡа (бер килограмы 33,61 һум), алма 1,6 процентҡа (105,75 һум) арзанайған.

Бер аҙнала осһоҙланған аҙыҡ-түлек исемлегендә һөт, икмәк һәм булка изделиелары, йомортҡа, сәй, тауыҡ, көнбағыш майы һәм аҡ май, тоҙ, туңдырылған балыҡ, һарыҡ, һыйыр, сусҡа ите һәм дөгө бар. Ошо продукттарға хаҡтар 0,3- 1,4 процентҡа кәмегән.

Был аҙнала республикала башлы һуған ете процентҡа ҡыйбатланған һәм уның бер килограмы уртаса 39,44 һум тора. Кишер иһә 47,47 һум.

Өсөнсө урында — ошо ваҡыт эсендә 2,1 процентҡа ҡиммәтләнгән вермишель, бер килограмын 45,32 һумға һатып алырға мөмкин.

Хаҡтары күтәрелгән аҙыҡ-түлек исемлегенә он, ҡарабойҙай, сыр, шәкәр һәм тары ярмаһы инә. Уларға хаҡтар 0,3-0,6 процентҡа артҡан.

Төбәктә арыш ононан һәм бойҙай һәм арыш оно ҡатнашмаһынан бешерелгән икмәктең хаҡы ғына үҙгәрешһеҙ ҡалған — 43,33 һум.

/«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Галина Бахшиева/.