Прямая речь

Мы делаем всё для того, чтобы наши ребята вернулись живыми и здоровыми.

Глава Республики Башкортостан Радий Хабиров.
Подробнее

 

Жалобы на всё
Не убран мусор, яма на дороге, не горит фонарь? Столкнулись с проблемой — сообщите о ней!

 

Яңылыҡтар

20.07.17

Төбәк халҡы «Рособрнадзор»ға берҙәм дәүләт имтиханын камиллаштырыу буйынса тәҡдимдәр ебәрә ала

Башҡортостанда йәшәүселәр 11 августҡа тиклем берҙәм дәүләт имтиханын камиллаштырыу буйынса тәҡдимдәр һәм иҫкәрмәләр ебәрә ала. Улар ege2018@obrnadzor.gov.ru электрон почтаһына ҡабул ителә.

Йыл һайын имтихан кампанияһының төп осоро тамамланғандан һуң Мәғариф һәм фән өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәт берҙәм дәүләт имтиханын яҡшыртыу буйынса тәҡдимдәр йыя. Һуңынан улар анализлана, эксперттар тикшереүен үтә.

Быйыл бер нисә тиҫтә тәҡдим килгән дә инде, нигеҙҙә улар айырым фәндәр буйынса эштәрҙе камиллаштырыуға ҡағыла. Берҙәм дәүләт имтиханын тапшырыусылар, ата-әсәләр, шулай уҡ мәктәп һәм юғары уҡыу йорттары уҡытыусылары үҙҙәренең тәҡдимдәрен ебәрә.

«Киләһе уҡыу йылында берҙәм дәүләт имтиханына индереләсәк бөтә үҙгәрештәр 1 сентябргә тиклем раҫланырға һәм баҫылып сығырға тейеш», — тип билдәләй ведомствоның матбуғат хеҙмәте.

/«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Эльмира Сабирова/.

{podcenter}