Прямая речь

Важнейшее направление нашей совместной деятельности – поддержка специальной военной операции, наших бойцов и членов их семей.

Глава Республики Башкортостан Радий Хабиров.
Подробнее

 

Жалобы на всё
Не убран мусор, яма на дороге, не горит фонарь? Столкнулись с проблемой — сообщите о ней!

 

Яңылыҡтар

25.07.17

Башҡортостан тәүге ярты йыллыҡта ышаныслы, иҡтисади үҫеш менән эшләне — Рөстәм Хәмитов

2017 йылдың тәүге алты айында республика ышаныслы, иҡтисади үҫеш менән эшләне, тип белдерҙе Башҡортостан башлығы Рөстәм Хәмитов Башҡортостан юлдаш телевидениеһы һәм «Россия 24» телеканалдарына интервьюһында.

«Сәнәғәт етештереүе индексы 103,4 процент тәшкил итте. Был һәйбәт күрһәткес, Рәсәйҙәге уртаса һандарҙан юғарыраҡ. Ул республикабыҙ иҡтисады һәм сәнәғәт предприятиеларының эше һәйбәт кимәлдә булыуы хаҡында һөйләй, — тип билдәләне төбәк башлығы. — Бынан тыш, һалым һәм һалым булмаған килемдәр инә. Ошо йәһәттән былтырғы күрһәткестәрҙән яҡынса 10 миллиардҡа күберәк. Был республика иҡтисадына, социаль мәсьәләләрҙе хәл итеүгә өҫтәмә аҡса йүнәлтелә тигән һүҙ. Беҙ яңы социаль объекттар, яңы юлдар һалырға ниәтләйбеҙ, кешеләрҙең иһә яңы мөмкинлектәре барлыҡҡа киләсәк».

Республика башлығы һыҙыҡ өҫтөнә алыуынса, ҡатмарлы һауа шарттарына ҡарамаҫтан, ауыл хужалығында ла продукция күләме үткән йылғы күрһәткестәрҙән өс процентҡа юғарыраҡ.

«Төҙөлөш» графаһы буйынса күләм артты. Шуның менән бергә торлаҡ төҙөүҙең былтырғыға ҡарағанда кәмеүен аңлайбыҙ. Сөнки һатып алыусылар булмағас, һатыу ҙа юҡ. Дөрөҫөн әйткәндә, төҙөүселәр алдағы көнгә яңы торлаҡ әҙерләп ҡуя алмай. Ошонан сығып — торлаҡ һалыу буйынса 10 процентҡа кәмерәк. Дөйөм алғанда, хәҙер сәнәғәт, ауыл хужалығы объекттары төҙөлөшө ыңғай динамикаға эйә — 3,5 процент самаһы. Күмәртәләп һәм ваҡлап сауҙа итеү үҫеше лә яҡынса шунса кимәлдә, ваҡлап һатыу өс проценттан ашыуыраҡ һәм 2,5 процентҡа яҡыны — күмәртәләп һатыу үҫеше. Шулай итеп, беҙҙең төп макроиҡтисади күрһәткестәребеҙ яҡшы ғына», — тип белдерҙе Рөстәм Хәмитов.

/«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Галина Бахшиева/.

{podcenter}