Прямая речь

Важнейшее направление нашей совместной деятельности – поддержка специальной военной операции, наших бойцов и членов их семей.

Глава Республики Башкортостан Радий Хабиров.
Подробнее

 

Жалобы на всё
Не убран мусор, яма на дороге, не горит фонарь? Столкнулись с проблемой — сообщите о ней!

 

Яңылыҡтар

04.08.17

Башҡортостанда йорттарҙы капиталь ремонтлауға иғәнәләрҙе йыйыу кимәле 90 проценттан артҡан

Башҡортостанда 2017 йылдың тәүге алты айында күп фатирлы йорттарҙа капиталь ремонт уҙғарыуға иғәнәләрҙе йыйыу былтырғы күрһәткестәрҙән уҙып киткән һәм 90,9 процентҡа еткән. Бер йыл элек капиталь ремонтҡа түләүҙәрҙе йыйыу 86,3 процент тәшкил иткән.

2017-2019 йылдарға билдәләнгән ҡыҫҡа ваҡытлы план буйынса, быйыл капиталь ремонтҡа торлаҡ хужаларының иғәнәләре иҫәбенән һәм урындағы бюджеттан 3 миллиард һум йүнәлтеү һәм 1202 күп фатирлы йортто йүнәтеү күҙаллана.

Башҡортостан Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығының коллегия ултырышында билдәләүҙәренсә, Төбәк операторы алдында хәҙер 15 сентябргә ҡәҙәр ҡыйыҡтарҙы, йорттарҙың тышын, үҙәк йылытыу системаларын капиталь ремонтлау буйынса бөтә миҙгел эштәрен тамамлау бурысы тора.

Бынан тыш, Төбәк операторына халыҡ менән мәғлүмәт-аңлатыу эштәрен әүҙем рәүештә дауам итергә, түләмәүселәр менән эште көсәйтергә, капиталь ремонтҡа иғәнәләрҙе ваҡытында түләүҙе тәьмин итергә һәм тотош 2017 йылға иғәнәләрҙең йыйыу кимәлен 90 проценттан арттырырға ҡушылған.

/«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Галина Бахшиева/.

{podcenter}