Яңылыҡтар

09.08.17

1 сентябрь республикала – эшләмәгән байрам көнө

Башҡортостан Хөкүмәтенең ҡарарына ярашлы, 2017 йылдың 1 сентябре Ҡорбан байрамын байрам итеү менән бәйле эшләмәгән байрам көнө тип иғлан ителгән.

Быйыл эшләмәгән байрам көнө Ҡорбан байрамы йомаға тура килә, шуға кесе йома 2017 йылдың 31 авгусында эш көнө бер сәғәткә ҡыҫҡартыла.

Шулай итеп, биш көнлөк эш аҙнаһында Башҡортостанда Ҡорбан байрымын билдәләү менән бәйле 1,2 һәм 3 сентябрь ял көндәре булып иҫәпләнә.

Рәсәй Федерацияһы Хеҙмәт кодексының 120-се статьяһы нигеҙендә йыллыҡ төп йәки өҫтәмә түләүле отпуск бирелгәндә Ҡорбан байрамы көнө отпускының календарь көндәре иҫәбенә индерелмәй, тип аңлаттылар төбәк Хеҙмәт министрлығының матбуғат хеҙмәтендә.

/«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Галина Бахшиева/.