Яңылыҡтар
30.09.10
Яҡты күле
Ҡаланың таҙалығы уның халҡының тәрбиәле һәм мәҙәниәтле булыуына бәйле. Алдағы шәмбе теләгән һәр кем ҡаланың Яҡты күле территорияһын таҙартырусыларға ҡушыла ала. Акция 2 октябрҙә сәғәт 10 башлана.
Яҡты күленең яр буйҙары даими рәүештә таҙартылып тора. Был юлы Тәбиғәт дәүләт унитар ширҡәте Башҡортостан Республикаһының Тәбиғәт менән файҙаланыу һәм экология Министрлығы менән берлектә «Бөтәбеҙ бергә таҙа йорт өсөн” тип исемләнгән экологик акция иғлан иткән. Акцияның маҡсаты күл ярҙарын сүп-сарҙан таҙартыу, йәш быуында тирә-яҡ мөхиткә, тәбиғәткә һаҡсыл ҡараш тәрбиәләү. Акцияла Нефтекама машиналар эшләү колледжы студенттары ҡатнашасаҡ һәм теләге булған һәр кем уларға ҡушыла ала. Күл үҙенә күрә бер тере организм, шуға күрә лә уны киләһе быуын өсөн һаҡлап ҡалыу мөһим бурыстарҙың береһе икәнен онотмаҫҡа кәрәк.