Прямая речь

Важнейшее направление нашей совместной деятельности – поддержка специальной военной операции, наших бойцов и членов их семей.

Глава Республики Башкортостан Радий Хабиров.
Подробнее

 

Жалобы на всё
Не убран мусор, яма на дороге, не горит фонарь? Столкнулись с проблемой — сообщите о ней!

 

Яңылыҡтар

07.09.10

Гәзит, журналдарға яҙылыу

 

Һуңғы ваҡытта гәзит, журналдарға яҙылыу һүлпәнләнә башлаған. Гәзит, журналдарҙың хаҡтары юғары, һәр өйҙә тиерлек интернет булыуы ла быға сәбәп булып тора. Редакция хеҙмәткәрҙәре төшөнкөлөккә бирелмәй, килеп тыуған ситуациянан сығыу юлдарын эҙләй.
 
Бынан- бер-ике йыл элек кенә гәзиттәр төп мәғлүмәт сығанағы булып тора ине. Глобаль селтәрҙәрҙең көндән-көн үҫеүе, гәзит уҡыусылар һанын кәметеүгә килтергән. Йәштәр яңылыҡтарҙы телевизорҙан, интернеттан ғына белеп бара. Шулай ҙа гәзит редакцияһы хеҙмәткәрҙәре тыныс ҡына ултырырға йыйынмай, гәзит уҡыусыларҙа төрлөсө ҡыҙыҡһыныу уятырға тырыша. Красное знамя гәзите хеҙмәткәрҙәре мәҫәлән даими рәүештә акциялар уҙғарып ҡына тора.
 
Техник редактор Зилә Әмирова һөйләүенсә ҡала көнөнә гәзиткә яҙылыусылар араһында фотоаппарат уйнатҡандар, 1 октябргә тиклем гәзиткә яҙылған һәр кемгә татлы приз бирелә.
Кешеләр компьютер артында күп ваҡытын уҙғара, пресса менән интернет аша ғынатаныша. Интернет аша ла гәзиттәргә яҙылырға мөмкин икән, был яңылыҡ Нефтекамала күптән түгел генә индерелһә лә, Красное знамя гәзитенә яҙылыусылар бар икән.
 
Интернет аша гәзиткә яҙылыу күптән түгел генә индерелһә лә, электрон гәзиткә яҙылыусыларыбыҙ бар ҙа инде. Был бик тә уңайлы, компьютерҙы ҡабыҙып иртән иртүк яңы баҫма менән танышырға була, ти Зилә Әмирова.
 
Гәзиткә яҙылыусыларҙың күбеһе пенсионерҙар. Улар гәзитте күп йылдар дауамында алдырып килә, хаҡтар артһа ла үҙҙәренең яратҡан баҫмаһын ташламай.

 

{podcenter}