Прямая речь

Важнейшее направление нашей совместной деятельности – поддержка специальной военной операции, наших бойцов и членов их семей.

Глава Республики Башкортостан Радий Хабиров.
Подробнее

 

Жалобы на всё
Не убран мусор, яма на дороге, не горит фонарь? Столкнулись с проблемой — сообщите о ней!

 

Яңылыҡтар

Путин менән "тура бәйләнеш"

3 декабрҙә РФ Хөкүмәт Премьер-министры Владимир Путин 8-се тапҡыр Рәсәй халҡы менән “тура бәйләнеш”кә сыҡты һәм рәсәйҙәрҙе борсоған һорауҙарға яуап бирҙе.

09.12.09
2010 йылдың 1-10 ғинуары байрамдар булып тора

Байрамдарҙа нисек ял итәбеҙ?

09.12.09
Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған транспорт хеҙмәткәре

Нефтекама пассажирҙар автотранспорты предприятиеһы филиалында  автобус шоферы булып эшләүсе Ғәйфиев Марат Хәмит улына "Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған транспорт хеҙмәткәре" тигән маҡтаулы исем бирелгән.

09.12.09
Ҡотлайбыҙ!

БДУ Нефтекама филиалы директоры Вәлитов Октябрь Кәли улы  "Башҡортостан Республикаһы алдындағы хеҙмәттәре өсөн "ордены менән бүләкләнгән.

08.12.09
Башҡорт дәүләт университеты үҙенең 100 йыллыҡ юбилейын билдәләне

Башҡорт дәүләт университеты үҙенең 100 йыллыҡ юбилейын билдәләне.

08.12.09
Форум

3-4 декабрҙә Нефтекама ҡалаһында Халыҡ-ара туған тел, яҙма әҙәбиәт һәм мәҙәниәт көнөнә арналған уҡытыусыларҙың һәм уҡыусыларҙың республика форумы үтә.

03.12.09
Инвалидтар көнө

Ҡаланың комплекслы үҙәгендә йыл әйләнәһенә мөмкинлектәре сикләнгән балалар реабилитация үтә. Инвалидтар көнө алдынан үҙәккә йөрөгән балаларға Октава үҫмерҙәр клубтары берекмәһе тәрбиәләнеүселәре һәм уҡытыусылары бәләкәй генә концерт ойошторҙо. Бында теләге булған һәр кем , хатта үҙәктең оло йәштәге йәшәүселәре лә саҡырылды. 

 

01.12.09
Нефаз автобусы «Рәсәйҙең 100 иң яҡшы тауары» конкурсы лауреаты булды

VDL-НефАЗ-52996 («Лексио») ҡала-ара автобусы  «Рәсәйҙең 100 иң яҡшы тауары» программа-конкурсының «Производство-техник тәғәйенләнештәге продукция» номинацияһында лауреат булды.

 

17.11.09
Романсиада-2009

 

24 ноябрҙа Нефтекамала Романсиада-2009 республика йырсылар бәйгеһе асыласаҡ. Унда республиканың төрлө ҡалаларынан профессиональ шулай уҡ һәүәҫкәр йырсылары ҡатнаша ала. Был сараны ҡаланың мәҙәни үҙәге ойоштора.

 

 

17.11.09
Грипп

Ике аҙна ҡаланың бөтә мәктәптәре лә карантинға ябылып торҙо. Шулай уҡ педагогия колледжы һәм 59 һанлы һөнәри лицей студенттары өсөн дә    сираттан тыш каникулдар иғлан ителде. Ә дүшәмбенән иһә уҡыусыларҙың да студенттарҙың да дәрестәре башланасаҡ.

 

16.11.09
Ваканциялар йәрминкәһе

Эш табырға теләүселәр бик күп йыйылды.  Эш тәҡдим итеүселәр ҙә шулай уҡ аҙ түгел ине. Бында бөгөн төрлө предприятие һәм ойошма вәкилдәре килде. Икмәк комбинаты ла, һөт заводы ла, машиналар эшләү заводы ,шулай уҡ бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнгән предприятиелар: кадрҙар агентлыҡтары, страховкалау компаниялары һәм бөҙрәханалар ҙа бар ине.

13.11.09
Һалымдар тураһында СМС ярҙамында белергә була

Башҡортостанда йәшәүселәр  бюджет алдындағы бурыстары тураһында мәғлүмәтте СМС  ярҙамында белә аласаҡ. Бындай хеҙмәтләндереүҙе республика буйынса  Рәсәй Федераль һалым хеҙмәте идаралығы күрһәтә.

11.11.09
Милиция көнө

Был көндө   күп тапҡыр үҙҙәренең хеҙмәте менән иң ауыр мәсьәләрҙе лә еңеп сыға алыуҙарын дәлилләгән хеҙмәткәрҙәргә почет грамоталары, наградалар тапшырылды.

10.11.09
“Йәш ғаилә-2009”

 

Ошо көндәрҙә республиканың бөтә ҡалаларында ла Йәш ғаилә 2009 республика бәйгеһенең һайлау турҙары үтә. Нефтекамала иһә был бәйге Таланттар йондоҙлоғо тип аталды. Һәм бында  һәр теләгән ғаилә ҡатнаша алды. Ойоштороусылар уларға йәш буйынса йәки башҡа төр бер ниндәй ҙә сик ҡуйманы.

 

05.11.09
“Планета Ер” фото күргәҙмәһе

 

Авторҙарға үҙҙәренең эштәре менән айырылышырға һәр саҡ ауыр. Әммә был эштәрҙе ысын йөрәктән   яҡшы ҡулдарға тапшырһаң - бөтөнләй икенсе эш. Тарих-тыуған яҡты өйрәнеү музейында урынлашҡан “Планета Ер” фото күргәҙмәнең авторҙары иһә тап ошо принципҡа таянып эш иткән.

 

05.11.09
Призывник көнө

 

Беҙҙең ҡалала армияла хеҙмәт иткән 30 меңдән артыҡ кеше йәшәй. Ә беренсе октябрҙән сираттағы көҙғө саҡырылыш башланды. Тиҙҙән яңы саҡраҡтар армияға ебәреләсәк. Шуға ла улар өсөн йола буйынса Призывник көнө үткәрҙеләр.

 

03.11.09
Ғилми советтың күсмә киңәйтелгән ултырышы

Нефтекамала ғилми советтың күсмә киңәйтелгән ултырышы үтте. Был сара Башҡорт дәүләт университетының 100 йыллығына арналды. Бында   шулай уҡ мәғариф министрлығы һәм ҡоролтай вәкилдәре, күрше ҡала- райондарҙың хакимиәт башлыҡтары, ҡаланың предприятиелары етәкселәре һәм башҡа ҡунаҡтар саҡырылды. Тәүҙә ҡунаҡтар нефтекама филиалының эше һәм уҡытыу-методик эштәр күргәҙмәһе менән танышты. Һуңынан инде улар советтың кәңәшмәһенә Нефтсе техника һәм мәҙәниәт йортона йыйылды.

02.11.09
Осрашыу

Беҙҙең ҡалала төрлө ваҡытта нигеҙһеҙ репрессияланған 250 кеше йәшәй. Уларҙың иң олоһона 94 йәш. Иң йәшенә 55. Бөгөн ҡайһы бер репрессияланған кешеләр, йә иһә уларҙың туғандары тарих-тыуған яҡты өйрәнеү музейына йыйылды. Бындай осрашыу беҙҙең ҡалала беренсе тапҡыр ойошторолдо.
Һуғыш йылдары тураһында кемдәрҙер ата-әсәләренән генә  ишетеп –белә, ә ҡайһы берәүҙәрҙең был көндәр бөгөнгөләй хәтерендә. Һуғыш башланған көн, ленинград блокадаһы, сталинград алышы һәм көтөп алынған еңеү көнө. Күптәр өсөн был һүҙҙәрҙе йәнә ишетеү бик ауыр.

30.10.09
Нефтекамала йәш балаларҙың үлем кимәле кәмей

Быйыл йыл башынан беҙҙең ҡала бала табыу йортонда 550 бәпес донъяға килгән. Уларҙың 34 патологиялар менән тыуған. 5 бала тыуғас,ә 4 һе әсәһенең ҡарынында уҡ үлгән. Күптәр йәш балалрҙың үлем осрағы   артыуында табиптар ғәйепле тип уйлаһалар ҙа, был  юлы уларҙың бер ғәйебе лә юҡ. Ҡала дауаханаһының баш табибы Альбина Кузнецова һөйләүенсә, бөтә балаларҙа ла шешеү процессы табылған.

28.10.09
Региональ льготалар

 

Региональ льготаларға эйә булғандарҙың иҫәбен алыу башланды. Быйыл 1 ғинурҙан  коммуналь хеҙмәттәр өсөн бер тапҡыр түләнә торған  компенсация биреү башланды. Хәҙер иһә  Хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау идаралғы хеҙмәткәрҙәре был кешеләрҙең исемлеген төҙөй.

 

23.10.09
“Автобус” операцияһы тамамланды

Автобус операцияһы беҙҙең ҡалала 30 сентябрҙән 10 октябргә тиклем уҙғарылды. Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге дәүләт инспекторҙары тарафынан 800 ҙән артыҡ автобус тикшерелде. Бында ҡала маршруттары ла, ҡала яны һәм ҡала –ара маршруттар ҙә инде. Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге инспекторы Вадим Шәрифйәнов һөйләүенсә , тикшереү барышында 244   ҡағиҙә боҙоу осрағы теркәлгән.

14.10.09
Ҡалала ауыл хужалығы йәрминкәһе үтте

Бер банка бал 1200 һум тора. Әлеге заманда   быны иң түбән хаҡ тип әйтеп булмай. Башҡа ауыл хужалығы тауарҙары ла был йәрминкәлә артыҡ осһоҙлоғо менән айырылып торманы. Мәҫәлән, бәрәңгенең килограмы 6-8 һумға, кишер 11, һуған һәм сөгөлдөр 14 шәр һумға һатылды. Әммә, һатып алыусыларҙы хаҡтар түгел, ә һауа торошоноң насар булыуы ҡурҡытты.

13.10.09
Интернет-сайттар бәйгеһе

Интернет-сайттар бәйгеһе   башҡа региондарҙа инде беренсе генә йыл уҙғарылмай. Бәйгенең ойоштороусылары билдәләүенсә, мәҫәлән, Өфөлә, уны уҙғарыу йолаға әүерелгән. 

09.10.09
Быйыл ҡаланың 10 йәш ғаиләһе торлаҡ шарттарын яҡшыртыу өсөн субсидия алды

Быйыл торлаҡ шарттарын яҡшыртыу өсөн субсидия алырға 200 йәш ғаилә сиратҡа баҫҡан. Бөтә ғаризаларҙы ла йәштәр эштәре буйынса комитет хеҙмәткәрҙәре Өфөгә ебәргән. Һөҙөмтәлә республика бюджетынан 5 миллион 832 мең һум аҡса бүленгән. Шуға ла быйыл субсидиялар 10 ғаиләгә генә бирелде. Уларҙың 7-һе приоритетлы категорияға ҡараған ғаиләләр, йәғни һуғыштарҙа ҡатнашыусылар, күп балалы һәм бюджет өлкәһендә эшләгән ғаиләләр. Йәштәр эштәре буйынса комитет рәйесе Эльвира Стройкина һөйләүенсә, ҡалған программала ҡатнашыусылар был ҡарар менән риза булмаған.

09.10.09
Волга буйы федераль округының бокс буйынса 4 йәйге спартакиаданың финалы

3-сө августтан 10 тиклем Волга буйы федераль округының бокс буйынса 4 йәйге спартакиаданың финалы уҙасаҡ.

 Был ярышта Башҡортостан Республикаһы исеменән ике боксер ҡатнаша. Уларҙың береһе нефтекама ҡалаһы егете Алексей Косарев.

23.07.09

Бит : << 16 17 18 19 20 21 22 >>
{podcenter}