Прямая речь

Важнейшее направление нашей совместной деятельности – поддержка специальной военной операции, наших бойцов и членов их семей.

Глава Республики Башкортостан Радий Хабиров.
Подробнее

 

Жалобы на всё
Не убран мусор, яма на дороге, не горит фонарь? Столкнулись с проблемой — сообщите о ней!

 

Яңылыҡтар

Гинекология бүлеген асыу тантанаһы уҙҙы

 

17 июль ремонт эштәренән һуң, гинекология бүлеген асыу тантанаһы уҙҙы.
 Сарала ҡала хәкимиәте башлығы тарафынан был эшкә үҙ өлөштәрен индергән шәхси эшҡыуарҙарға рәхмәт һүҙҙәре еткерелде. Һәм уларҙың һәр береһенә ҡала хәкимиәте исеменән рәхмәт хаттары тапшырылды.
18.07.09
Яҡшыларҙан да яҡшы уҡытыусылар

Нефтекама ҡалаһының 3 уҡытыусыһы ил буйынса 2009 йылдың 10 000 иң яҡшы уҡытыусылары рәтенә инде

15.07.09
Беренсе курс студенттары Уҡыу йортона ингәс тә стипендиялар аласаҡ

Әлеге ҡануниәт буйынса , юғары уҡыу йорттары студенттарға беренсе экзаменацион сессияларын тапшырмай стипендиялар бирмәҫкә лә мөмкин ине. Хәҙер иһә Дәүләт думаһы Рәсәйҙең юғары уҡыу йорттарын студенттарға уҡыу йортона ингәс тә стипендиялар түләргә мәжбүр итәсәк. 

08.07.09
Экологик милиция

Ҡалала билмәләрҙең торошон ҡайғыртмаған магазин, ойошмаларҙың һаны бихисап. Сүп-сар, оҙон булып үҫкән ҡырағай үләндәр ҡаланың дөйөм ҡиәфәтенә кире йоғонто яһай. Экологик нормалар буйынса ҡала урамдарында урынлашҡан магазин, ойошма территорияларында үҫкән ҡыр үләндәре 20 сантиметрҙан, ә инде декоратив газон 8 сантиметрҙан оҙон булмаҫҡа тейеш.

04.07.09
Нефтекама Матбуғат йорто

Күптән түгел Нефтекама типографияһының исеме Нефтекама Матбуғат йортона үҙгәртелде.

14 июнь республика матбуғат көнө Нефтекама типографияһы өсөн быйылғы йылда иҫтәлекле  көнгә әүерелде.

27.06.09
Башҡортостандың иң яҡшы донорҙары Нефтекамала йәшәй

Күптән түгел баш ҡалала “Башҡортостан республикаһының иң яҡшы доноры” конкурсы үтте. Был сарала беҙҙең ҡаланан өс ҡан биреүсе ҡатнашты. Уларҙың икеһе - Дмитрий Мошура һәм Альберт Ғиҙҙәтүллин республиканың иң яҡшы донорҙары исеменә лайыҡ булды.

09.06.09
“Люкс” матурлыҡ салоны

“Люкс” матурлыҡ салоны сығыш яһаны “Иң яҡшы бөҙрәхана” номинацияһында 1-се дәрәжәле дипломға лайыҡ булды.
 
3-нән 6 июнгә тиклем Өфө ҡалаһында сәс алыу һәм биҙәү оҫталығы буйынса “Алтын тараҡ” тип исемләнгән асыҡ фестиваль уҙҙы. Был фестивалдә Башҡортостандың алдынғы матурлыҡ һәм бөҙрахана салондары иң яҡшылар исеменә көрәште. Нефтекама ҡалаһы исеменән был бәйгелә “Люкс” матурлыҡ салоны сығыш яһаны.

09.06.09
Беренсе берҙәм дәүләт имтихандарына йомғаҡ яһалды

Быйыл тәүге берҙәм дәүләт имитихандары биология һәм иформатика фәндәре буйынса 26 май көндө уҙған ине.Бөгөнгө көнгә был имтихандарға йомғаҡ яһалды. Хәҙер иһә  сығарылыш класс уҡыусылары эштәренең һөҙөмтәһе менән таныша ала.

08.06.09
Берҙәм дәүләт имтихандары башланды

26 май көндө Бөтә Рәсәй буйынса берҙәм дәүләт имтихандары башланды. Сығарылыш класс уҡыусылары беренсе имтихандарын биология һәм информатика фәндәре буйынса бирҙе. Нефтекама ҡалаһынан был фәндәрҙән һынауҙарҙы 300-ҙән ашыу уҡыусы үтте.

 

28.05.09
"Һуңғы ҡыңғырау” байрамы

 Быйыл берҙәм дәүләт имтихандарын 26 майҙан башланыу сәбәпле, уҡыусыларҙың “Һуңғы ҡыңғырау” байрамы 23 майға күсерелде. Нефтекама ҡалаһы мәктәптәрен тамамлаусы 1411 сығарылыш класс уҡыусыһы ла был байрамды үҙ мәктәптәре нигеҙендә билдәләне.

 

21.05.09
Капиталь ремонт

 Быйыл федераль адреслы программа буйынса ҡаланың 29 йортонда капиталь төҙөкләндереү эштәре уҙғарыласаҡ. Капиталь ремонт өсөн 277 миллион һум аҡса бүленгән.һәм бөгөнгө көнгә йорттарҙың 20-һендә ремонт эштәре башланған.

 

15.05.09
Бөтәрәсәй халыҡ иҫәбен алыу

2010-сы йылда Бөтәрәсәй халыҡ иҫәбен алыу үтәсәк. Нефтекама ҡалаһында был эш буйынса комиссия инде 2008-се йылдың 14 августында төҙөлгән. Бөгөнгө көндә улар халыҡ иҫәбен алыу сараһына әҙерлек эшен башланы ла инде.

12.05.09
Уҡыу йорттарында янғын хәүефһеҙлегенә ҡарата ҙур иғтибар бирелә

Уҡыу йорттарында янғын хәүефһеҙлегенә ҡарата ҙур иғтибар бирелә. Был йүнәлештә ҡаланың 3 башланғыс белем биреү учреждениеһына Башҡортостандың мәғариф министрлығынана аҡса бүленгән. Был сара 91-се, 138-се һөнәри училищелары һәм 27-се һанлы лицей биналарын янғын хәүефһеҙлеге буйынса йыһазландырырға мөмкинлек бирә.

07.05.09
Нефтекама ҡалаһы ҡала округында бер аҙна эсендә генә 28 янғын сығыу осрағы теркәлгән

Апрель , май, июнь айҙары янғын сығыу осраҡтары арта торған миҙгел. Был иһә баҡсасыларҙың биләмәләрендә сүп-сар яндырыуына бәйле. Һуңғы аҙна эсендә генә Нефтекама ҡалаһында янғын сығыу осрағы теркәлгән. Киләһе сюжетыбыҙҙа ентекләберәк.

06.05.09
Татар мәҙәниәте айлығы

Республика кимәлендә татар телендә баҫтырылған “Ҡыҙыл таң” гәзитен һәм “Әллүки” журналын нефтекамалылар яратып уҡый. Хатта, ҡаланың ижади кешеләре “Ҡыҙыл таң” гәзитендә, мәктәп уҡыусылары ”Әллүки”тип исемләнгән балалар журналында үҙҙәренең әҫәрҙәрен баҫтырып тора.

23.04.09
Яҙғы һунарсылыҡ миҙгеле асылды

18-се апрель көндө яҙғы һунарсылыҡ миҙгеле асылды. Ул ун көн , йәғни 27-һенә тиклем дауам итәсәк. Был ваҡытта ҡыр ҡаҙына, ата өйрәккә, ҡурпысыҡҡа һунар итеү рөхсәт ителә.

21.04.09
Ҡала үҙәк дауаханаһы тағы бер яңы ҡорамал менән тулыланды

Ҡала үҙәк дауаханаһы тағы бер яңы ҡорамал менән тулыланды. Уҙған аҙнала дауаханаһының гинекология бүлегенә 800 мең һумға яҡын суммаға аппарат һатып алынды. Был ҡорамал ауыр һаналған операцияларҙы бәләкәй киҫелеш аша башҡарырға мөмкинлек бирәсәк.

20.04.09
20-се апрелдән 26-һына тиклем бөтә ил буйынса иммунизациялау аҙналығы үтә

Был аҙналыҡ сиктәрендә  Башҡортостанда  ла  төрлө саралар ойоштороу ҡаралған.

18.04.09
Быйыл ҡаланың 29 йортонда федераль адреслы программа буйынса капиталь төҙөкләндереү эштәре уҙғарыласаҡ

Быйыл ҡаланың 29 йортонда федераль адреслы программа буйынса капиталь төҙөкләндереү эштәре уҙғарыласаҡ. Капиталь ремонт өсөн 270 миллион һумға яҡын аҡса бүленгән. Эште башҡарасаҡ ойошмалар менән килешеүҙәр төҙөлгән.

17.04.09
91-се һөнәри училищеға бүләккә 3 компьютер тапшырылды

 Ошо көндәрҙә ҡала хакимиәте һәм ҡала банҡыларының береһе тарафынан 91-се һөнәри училищеға бүләккә 3 компьютер тапшырылды. Был студенттар өсөн ҙур бүләк булды. Сөнки әлегә тиклем   информатика дәрестәрендә уларға ике компьютер артында шөғөлләнергә тура килгән.

 

06.04.09
Татар мәҙәниәте айлығы башланды.

3-сө апрель көндө ҡаланың үҙәкләштерелгән китапхана системаһында татар мәҙәниәте айлығының асылыу тантанаһына бағышланған сара үтте. Бының сиктәрендә Ғабдулла Туҡайҙың ижады һәм тормош юлына бағышланған кисә ойошторолдо.

03.04.09
БДУ-ның Нефтекама филиалы нигеҙендә Йәштәр Эшҡыуарлығы мәктәбе асылды

БДУ-ның Нефтекама филиалы нигеҙендә республика буйынса 4-се Йәштәр Эшҡыуарлығы мәктәбе асылды. Был мәктәптә студенттар,эшһеҙ йәштәр һәм йәш эшҡыуарҙар өсөн 2 аҙна дауамындағы курстар ойошторола.

02.04.09
1-се апрелдән хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырыу башланды

1-се апрелдән хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырыу  башланды. Быйыл Рәсәй буйынса Хәрби кәстәр рәтенә 305 мең һалдат саҡырыласаҡ. Шуларҙың 287-һе Нефтекама ҡалаһы егеттәре.

 

01.04.09
Ҡаланың 5 балалар баҡсаһында өҫтәмә төркөмдәр асылды

Ҡалала балалар баҡсаларында кескәйҙәр өсөн урындар етмәү мәсьәләһе тора. Был мәсьәләне бер ни кимәлдә сисеү маҡсатында 5 балалар баҡсаһында өҫтәмә төркөмдәр булдырылды. Әлеге ваҡытта был төркөмдәр кескәйҙәрҙе ҡабул итергә әҙер. Ҡала хакимәте башлығы өҫтәлмә төркөмдәр эшләй башлар алдынан уларҙың торошо менән танышты.
 

12.03.09
Нефтекама ҡалаһының Һылыуҡайы асыҡланды

 Ҡатын-ҡыҙҙың матурлығын, нәфислеген, саялығын баһалап, элек-электән төрлө бәйгеләр үткәрелгән. Бөгөнгө көндә лә был йола дауам итеп  гүзәл заттар араһында “Һылыуҡай” бәйгеһе ойошторола. Быйыл һылыуҡайҙар 10 март көндө Йәштәр һарайына көс һынашырға йыйылды.

 

12.03.09

Бит : << 17 18 19 20 21 22 >>
{podcenter}