Яңылыҡтар

31.05.10

Рәсәй ғилми-ғәмәли конференцияһы

 

Башҡорт дәүләт университеты Нефтекама филиалының фәнни донъяһы иң юғары кимәлгә ҡуйылған. 28 һәм 29 май көндө унда рәсәйҙең хоҡуҡи һәм сәйәси системаһын модернизациялау тигән рәсәй ғилми-ғәмәли конференцияһы үтте.
 Конференция Башҡортостан республикаһы йылына һәм БДУның Нефтекама филиалы булдырылыуға 10 йыл тулыуға арналда. Ғилми-ғәмәли конференция сиктәрендә пленар ултырыш үтте. Конференцияла ҡатнашыусыларҙы профессор, философия фәндәре докторы, БДУның Нефтекама филиалы диреторы Октябрь Кәли улы Валитов сәләмләне.
Ултырышты ҡала хакимиәте башлығы урынбаҫары Тамара Уляшина асты. Ул үҙенең сығышында урындағы үҙидаралыҡтың мәсьәләләре тураһында һөйләне һәм уларҙы сисеү юлдарын билдәләне.
Артабан аудитория алдында докладсылар сығыш яһаны. Уларҙың эштәрендә  ҡуйылған мәсьәләнең төрлө аспекттары яҡтыртылды. Башлыса    йәмғиәттең сәйәси тормошон модернизациялауҙа профессорҙарҙың роле, Рәсәй Федерацияһы субъекттарында ҡануниәтте камиллаштырыу, дәүләт һәм хоҡуҡ теорияһын модернизациялау, шулай уҡ Башҡортостан Республикаһының иҡтисад системаһын модернизациялау мәсьәләләре, суд процессындағы инновацион технологиялар һәм башҡа актуаль һорауҙар тураһында һүҙ йөрөтөлдө. Хатта Мәскәүҙән килгән ҡунаҡтар өсөн дә конференция ғилми-ғәмәли яҡтан бик мөһим булды. Бындай конференциялар Башҡорт Дәүләт университетында йыш уҙғарыла. Нефтекама ҡалаһы филиалында  бик ҙур ҡунаҡтар булғаны бар. Был юлы ла айырма булманы. 

 

Әгәр ҙә кеше социаль әүҙем шәхес һәм үҙенең гражданлыҡ хоҡуҡтарын, бурыстарын яҡшы белә икән, тимәк, ул үҙе йәмғиәтте үҙгәртә ала тигән фекергә килде конференцияла ҡатнашыусылар.