Прямая речь

Важнейшее направление нашей совместной деятельности – поддержка специальной военной операции, наших бойцов и членов их семей.

Глава Республики Башкортостан Радий Хабиров.
Подробнее

 

Жалобы на всё
Не убран мусор, яма на дороге, не горит фонарь? Столкнулись с проблемой — сообщите о ней!

 

Яңылыҡтар

06.03.09

Нефтекама ҡалаһы прокуратураһы ҡаланың киң мәғлүмәт саралары вәкилдәре менән осрашты

 6 март көндө Нефтекама ҡалаһы прокуратураһы беренсе тапҡыр ҡаланың киң мәғлүмәт саралары вәкилдәре менән осрашыу ойошторҙо. Йыйылыусылар осрашыу барышында прокуратураның 2008 йылдағы эшмәкәрлек һөҙөмтәләре менән танышып, үҙҙәрен ҡыҙыҡһындырған һорауҙарға яуаптар алды.

Прокурор Владлен Михайленко Нефтекама ҡалаһы прокуратураһының уҙған йылдағы эшмәкәрлегенә  йомғаҡ яһаны. 2008 йылда кадрҙарҙа үҙгәрештәр булыуына ҡарамаҫтан, прокуратыура яҡшы һөҙөмтәләргә ирешкән.
    Федераль закондың  үтәүлеүен күҙәтеү өлкәһендә 2 меңдән ашыу хоҡуҡ боҙоу теркәлә. Илдәге иҡтисади кризис ваҡытында хеҙмәт өлкәһендә әүҙем эш алып барыла. Һәм был йүнәлештә 842 тәртип боҙоу осрағы теркәлә. Эш биреүселәрҙең законһыҙ приказдарына ҡарата 195 протест алына. Дөйөм алғанда Нефтекама прокуратураһы хеҙмәткәрҙәре тарафынан ғәйәт ҙур  эш башҡарыла.
Осрашуҙың икенсе өлөшөндә прокуратура хеҙмәткәрҙәре киң мәғлүмәт саралары вәкилдәрен ҡыҙыҡһындырған һорауҙарға яуап бирҙе.Улар тарафынан төрлө йүнәлештәге Һорауҙар яңғыраны. Ҡала халҡының иғтибар үҙәгендә торған “Восход” кооперативына бәйле һорауҙар ҙа ситтә ҡалдырылманы. Шулай уҡ киң мәғлүмәт саралары вәкилдәре ҡалалағы инернет кафеларға ҡарата ниндәй эштәр алып барылыуы менән ҡыҙыҡһынды.
Иҡтисади көрсөк ваҡытында ипотекаларын түләй алмаған ғаиләләрҙең фатирҙарына арест һалыу ҡаралған.Әгәр ҙә ғаиләнең башҡа торор урыны булмаһа, уларҙы фатирҙан сығарыу хаҡлымы кеүек һорау ҙа яңғыраны.
Осрашыу аҙағында Владлен Михайленко прокуратура эшмәкәрлеген яҡтыртыуҙа әүҙем ҡатнашыусы киң мәғлүмәт сараларына рәхмәт һүҙҙәре еткереп, бүләкләп үтте.