Прямая речь

Важнейшее направление нашей совместной деятельности – поддержка специальной военной операции, наших бойцов и членов их семей.

Глава Республики Башкортостан Радий Хабиров.
Подробнее

 

Жалобы на всё
Не убран мусор, яма на дороге, не горит фонарь? Столкнулись с проблемой — сообщите о ней!

 

Яңылыҡтар

11.03.09

Ҡалала “Һаумыһығыҙ, мин һеҙҙең участка милицияһы вәкиле” акцияһы старт алды

Ҡалала “Һаумыһығыҙ, мин һеҙҙең участка милицияһы вәкиле” акцияһы старт алды. Был сара бер нисә этаптан торасаҡ һәм 20 апрелгә тиклем дауам итәсәк.
Акцияның әҙерлек осоро тип билдәләнгән беренсе этабы 5 мартҡа тиклем бара. Ә инде икенсе этабында, йәғни акцияның төп өлөшөндә участка милицияһы вәкиләдеренең фатирҙар буйлап йөрөүе ҡаралған. Уның барышында фатирҙарҙа документһыҙ һәм теркәлмәгән килеш йәшәүсе граждандар асыҡланасаҡ. Шулай уҡ оло йәштәгеләр торған фатирҙар һәм йорттарҙың янғынға ҡаршы торошона иғтибар йүнәлтеләсәк. Хеҙмәткәрҙәр тарафынан халыҡҡа төрлө ғәҙәттән тыш хәлдәрҙә нисек эш итеү кәрәклеге аңлатмаһы яҙылған иҫтәлектәр таратыу ҙа ҡаралған. Ә инде акцияның һуңғы этабында   сараға дөйөм йомғаҡ яһаласаҡ.