Прямая речь

Важнейшее направление нашей совместной деятельности – поддержка специальной военной операции, наших бойцов и членов их семей.

Глава Республики Башкортостан Радий Хабиров.
Подробнее

 

Жалобы на всё
Не убран мусор, яма на дороге, не горит фонарь? Столкнулись с проблемой — сообщите о ней!

 

Яңылыҡтар

30.04.08

“Автобус” федераль оператив-профилактик операцияһы

 

Уҙған йылда Нефтекама ҡалаһы ҡала округы биләмәһендә автобус водителдәре арҡаһында 3 юл хәрәкәте фәжиғәһе теркәлгән. Унда 1 кеше зарар күргән. Бындай юл хәрәкәте фәжиғаларын иҫкәртеү маҡсатында ҡалала һәр йыл   “Автобус” федераль оператив-профилактик операцияһы уҙғарыла. Был был операция 27 апрелдән 10 майға тиклем дауам итә.
 
 Операция барышында Нефтекаманың юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге дәүләт инспекцияһы хеҙмәткәрҙәре пассажирҙар ташыусы транспорт сараһының водителе юл ҡағиҙәләрен үтәүенә йәки үтәмәүенә, тиҙлек режимын һаҡлауына иғтибар бүләсәк. Шулай уҡ водителдең тейешле документтары һәм уның хәле тикшереләсәк. Мәҫәлән, операцияның тәүге ике көнөндә генә ике водителдең транспортты иҫерек хәлдә йөрөтөүе асыҡланған.
   Быйыл уҙғарылған операция барышында   транспорт сараһы конструкцияһының хәүефһеҙлек талаптарына тура килеүе –килмәүенә айырым иғтибар йүнәлтеләсәк. Авария сығыу урындарының булыуы һәм уларҙың эшләүе, конструкцияны законһыҙ үҙгәртеү, йәғни ултырғыстар һанын арттырыу, өҫтәмә яғыулыҡ бактары урынлаштырыу   осраҡтары ла  тикшерелә.
      Шулай уҡ маршрут таксийы  итеп ҡулланылған микроавтобустарға ла айырым иғтибар бүленәсәк. Сөнки йылда үткәрелгән тикшереүҙәргә ҡарағанда, уларҙың техник торошо  насар булыуы билдәле.