Прямая речь

Важнейшее направление нашей совместной деятельности – поддержка специальной военной операции, наших бойцов и членов их семей.

Глава Республики Башкортостан Радий Хабиров.
Подробнее

 

Жалобы на всё
Не убран мусор, яма на дороге, не горит фонарь? Столкнулись с проблемой — сообщите о ней!

 

Яңылыҡтар

08.09.11

Күп балалы ғаиләләргә ер биреләсәк

Бындай ҡарар 7 сентябрь көндө үткән Нефтекама ҡалаһы ҡала округы Советының сираттағы 36-сы ултырышында ҡабул ителде. Ултырыш эшендә БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаттары, ҡала хакимиәте башлығы, урынбаҫарҙары, прокуратура һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәрҙәре ҡатнашты.

Ултырышты ҡала округы Советы рәйесе Д.А.Крюков алып барҙы. Нефтекама ҡалаһы ҡала округы милкендә, шулай уҡ дәүләт милкендә булған ерҙәрҙәер бүлемен шәхси торлаҡ төҙөү өсөн   граждандарға бер тапҡыр бушлай биреү тәртибенә үҙгәрештәр индерелде. Уларға ярашлы, шәхси торлаҡ төҙөү өсөн бер тапҡыр бушлай ер бүлеме алыусы граждандар категогияһы артты. Ундайҙар иҫәбенә күп балалы ғаиләләр (өс һәм унан да күберәк балалары булған), шулай уҡ ғаиләһендә инвалид булған кешеләргә ер бүлеме биреләсәк.