Прямая речь

Важнейшее направление нашей совместной деятельности – поддержка специальной военной операции, наших бойцов и членов их семей.

Глава Республики Башкортостан Радий Хабиров.
Подробнее

 

Жалобы на всё
Не убран мусор, яма на дороге, не горит фонарь? Столкнулись с проблемой — сообщите о ней!

 

Яңылыҡтар

24.05.12

Башҡортостанды иңләй “Башҡортостан”

Ризәлә Шәйхинурова

Республикабыҙҙың иң абруйлы, мәртәбәле баҫмаларының береһе булған “Башҡортостан” республика ижтимағи-сәйәси гәзите быйыл үҙенең 95 йыллыҡ юбилейын билдәләй. 1917 йылдың 14 июнендә был баҫманың тәүге һаны донъя күрә.  95 йыллыҡ тарихы булған гәзит бөтә республикабыҙҙың иҡтисадын, көнкүреш өлкәһен, фәнен, мәғарифын, мәҙәниәтен сағылдыра, ябай кешеләренең яҙмыштары менән уртаҡлаша, үҙ республикаһына, иленә фиҙаҡәр хеҙмәт иткән шәхестәрен данлай.  Ғөмүмән, “Башҡортостан” заман менән бергә атлай, республикабыҙҙың һәр һулышын тойоп йәшәй. 

Гәзиттең юбилейы айҡанлы редакция хеҙмәткәрҙәре “Башҡортостандыиңләй “Башҡортостан” тип исемләнгән тамаша менән республикабыҙҙың ҡала һәм райондары буйлап үҙенеңуҡыусылары менән осрашыу ойоштора. Нәҡ шундай осрашыуҙарҙың тәүгеһе беҙҙең Нефтекама ҡалаһында 23 май көндө үтте. Осрашыуға гәзиттең бер төркөм хеҙмәткәрҙәре килде. Матбуғат байрамы Нефтекама дәүләт филармонияһында үтте. Фойела төрлө гәзит-журналдарға яҙылыу, полиграф баҫмалар күргәҙмәһе  ойошторолғайны.

Байрамды гәзиттең баш мөхәррире Нияз Сәлимов һәм ҡала хакимиәте урынбаҫары Шамил Хәлитов асып ебәрҙе. Байрамды Нефтекама дәүләт филармонияһы һәм “Түңгәүер” бейеү ансамбле солистарысағыу концерт номерҙары менән биҙәне. Вәғәҙә ителгәнсә, сара барышында “Башҡортостан” гәзитенә яҙылыусылар араһында лоторея уйнатылды. Отоусылар ҡиммәтле һәм“Башҡортостан” гәзитенең иҫтәлекле бүләктәрен алды.

Байрам һуңында Нияз Сәлимов ҡалабыҙҙа баҫмаға яҙылыу кампанияһында әүҙем ҡатнашҡан һәм гәзиттең тиражын арттырыуға тос өлөш индергәндәрҙеРәхмәт хаттары менән бүләкләне.

Р.Карабанов фотолары.