Прямая речь

Важнейшее направление нашей совместной деятельности – поддержка специальной военной операции, наших бойцов и членов их семей.

Глава Республики Башкортостан Радий Хабиров.
Подробнее

 

Жалобы на всё
Не убран мусор, яма на дороге, не горит фонарь? Столкнулись с проблемой — сообщите о ней!

 

Яңылыҡтар

26.06.12

Беҙҙең ҡалала велоспорт буйынса Башҡортостан республикаһы беренселеге үтте

Уҙған ял көндәрендә беҙҙең ҡалала велоспорт буйынса Башҡортостан республикаһы беренселеге үтте. Ҡатнашыусыларға 50 һәм 25 саҡрым оҙонлоҡто үтергә кәрәк ине. Ярышта 97-99 йылғы ҡыҙҙар һәм егеттәр ҡатнашты. Улар Башҡортостандың төрлө райондарынан һәм ҡалаларынан йыйылды. Мәләүездән, Бәләбәйҙән, Стәрлетамаҡтан, саҡмағоштан һәм башҡа нәктәләрҙән. Ярыш Нефтекама-ҡалтасы трассаһында үтте, был трасса күптәрҙең фекере буйынса, яҡшыларҙың береһе.

Егеттәргә 50 саҡрым, ҡыҙҙарға 25 саҡрым оҙонлоҡтағы дистанцияны үтергә кәрәк ине. Шулай булыуға ҡарамаҫтан ҡыҙҙарға ла егеттәргә лә үҙҙәрен лайыҡлы итеп күрһәтер өсөн ҙур көс һалырға тура килде. Иң оҫта велосипедсылар Стәрлетамаҡта йәшәй булып сыҡты, улар ир егеттәр категорияһында икенсе , өсөнсө урындарҙы, ҡатын ҡыҙҙар категорияһында бөтә призлы урындарҙы ла яуланы. Велоуҙыштың еңеүсеһе тип мәләүез ҡалаһы спортсыһы билдәләнде, ул иң яҡшы һөҙөмтә күрһәтте.

Нефтекама велосипедсылары призлы урындар яуламаһалар ҙа, дистанцияла үҙҙәрен лайыҡлы күрһәтте. Алда ярыштар күп, шуға ла уларҙың еңеү яуларға мөмкинлеге буласаҡ әле.