Прямая речь

Важнейшее направление нашей совместной деятельности – поддержка специальной военной операции, наших бойцов и членов их семей.

Глава Республики Башкортостан Радий Хабиров.
Подробнее

 

Жалобы на всё
Не убран мусор, яма на дороге, не горит фонарь? Столкнулись с проблемой — сообщите о ней!

 

Яңылыҡтар

27.06.12

Улар тормошта үҙ юлдарын табасаҡтар

Был ҡыҙҙар һәм егеттәр өсөн мәктәп тормошо артта ҡалды. Улар ҙур тормошҡа аяҡ баҫа. Шуға ла үҙҙәренең мәктәптәге һуңғы көндәрен дә ололарса уҙғара - киске күлдәктәрҙә һәм классик костюмдарҙа.

Быйыл лицейҙы йөҙҙән артыҡ уҡыусы тамамлайны. Уларҙың күбеһе киләсәккә ышаныслы ҡарай. Ҡалғандары киреһенсә, алынған белемдәренә ҡарамаҫтан, иртәгәһе өсөн ҡайғыра.

Лицейсылар өсөн бал бейеүе башҡарыу йолаға әүерелгән. Бына инде бер нисә йыл рәттән кисәге уҡыусылар уҡытыусыларына һәм ата-әсәйҙәренә бейеүҙәрен бағышлай.

Тантаналы сығыштар, рәхмәт һүҙҙәре - былар бөтәһе лә лицеҙың йыйылыштар залында дауам итте. Бында уңышлы эш рецебын белгән кешеләр киләсәккә кәңәштәр бирҙе.

Нефтекамала быйылы 860 ун беренсе класс уҡыусыһы ҙур тормошҡа аяҡ баҫты. Улар араһында 26 уҡуысы мәктәпте алтын миҙалға, һәм 26 һы көмөш миҙалға тамамланы. Төп имтихандар артта ҡалды. Әммә, алда уларҙы тағы ла бер мөһим мәл көтә - юғары уҡыу йорттарына документтар тапшырыу һәм яңы ергә урынлашыу.